Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2019, 11:24

Сәтләүекле кекс

Тәмле лә, файҙалы ла. Уны әҙерләү өсөн ҙур оҫталыҡ та кәрәкмәй, тик теләк кенә булһын!


Шулай итеп, сәтләүекле кексты әҙерләү өсөн 1 стакан он, 1 стакан шәкәр, 1 стакан йомортҡа ағы, 1 стакан ваҡланған сәтләүек, стакан ярым йөҙөм кәрәк буласаҡ.


Иләнгән ондо сәтләүек, йөҙөм менән бутарға, йомортҡаның ағын ныҡлап күперткәнсе туғырға, уға аҡрынлап шәкәр ҡушырға. Таба төбөнә майлы ҡағыҙ түшәп, ҡамырҙы һалырға.


Кекс 230-260 градуслыҡ эҫелә 50-60 минутта бешә. Әҙер булғас, бер тәүлеккә һалҡынға ҡуялар.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас в