Өфө районында баҡса йорттарының янғаны тураһында хәбәр алыныу менән янғын һүндереүселәр ярҙамға ашыҡты.
Бер юлы дүрт йорттоң ялҡынланыуын күреп, ҡотҡарыусылар эргәләге хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалырға тырыша. Янғындың аяуһыҙ телдәрен баҫыу өсөн биш берәмек техника һәм 12 кеше сәғәт ярым көрәшә.
Һөҙөмтәлә бер бинаны һаҡлап ҡалалар, өсөһөнән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көл-күмер генә ҡала. Һәләк булыусылар, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Белгестәр ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбен асыҡлау менән мәшғүл.