Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2019, 11:26

Ике аяҡһыҙ десантсы эш башланы

Омск ҡалаһында казарма емерелеп ике аяҡһыҙ ҡалған десантсы, Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиевтең тулы ҡанлы тормош алып барыуы һоҡланыу уята.

шо көндәрҙә Рөстәмде яуаплы эшкә алдылар. Ул Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет вәкиле итеп һайланған. Был хаҡта егет үҙенең Инстаграмдағы төркөмөндә белдерә.


"Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә совет тураһында Указды һәм уға кандидаттар билдәләү хаҡында пост ҡуйғайны. Күп кенә кеше мине тәҡдим иткән. Тәүҙә быға әллә ни әһәмиәт бирмәнем. "Рөстәм Нәбиев советҡа инергә лайыҡ!" тигән һүҙҙәрен күргәс кенә ныҡлап уҡып, аңлап алдым. Һуңынан мине Өфө ҡалаһы хакимиәтенән советҡа инергә тәҡдим яһанылар, мин ризалаштым", – тип яҙған Рөстәм Нәбиев.


"Мин бындай яуаплы эштә беренсе тапҡыр. Ышанысығыҙҙы аҡлармын һәм ҡулдан килгәнсе тырышырмын", – ти ул, рәхмәт белдереп.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: