Семен-Петровский ауылындағы райондың өлгөлөләр исемлегендә булған “Иртөбәк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре лә баҫыуҙарҙан мул уңышты йыйып алып, заманса ҡеүәтле һаҡлағыстарға оҙатҡан да инде.
– Быйыл тәбиғәт беҙҙе әллә ни иркәләтмәне, шуға ҡарамаҫтан, баҫыуҙарҙан уңыштың бер бөртөгөн дә юғалтмай йыйып алыуға өлгәштек, – ти хужалыҡ директоры Александр Николаев. – Техниканың төҙөк, яңы булыуы ла эште ваҡытында бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарып сығырға мөмкинлек бирҙе.
Әйткәндәй, йәмғиәттең техника паркы һуңғы йылдарҙа заманса ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы, төрлө ҡоролмалар менән байыған. Бынан тыш, иген киптергестәр, “ЗАВ”-тар орлоҡто сифатлы итеп һаҡлауға мөмкинлек бирә.
Йәмғиәт үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла берҙәй уңыштарға ирешә. Бөгөн хужалыҡтың 850 баш һыйыр малы заманса йыһазландырылған фермаларҙа тотола, һәр ерҙә тиерлек эштәр механизацияланған. Бында көн һайын 350 һыйыр һауып, өс тоннанан ашыу аҡты Магнитогорск һөт комбинатына оҙаталар. Шуныһы мөһим: комбинаттан әҙер продукцияны үҙҙәре килеп ала икән. Был хужалыҡ өсөн бигерәк тә уңайлы, сөнки юлға аҡса сарыф ителмәй.
Әле 48 кеше эш менән мәшғүл, ҡыҙыу миҙгелдә иһә уларҙың һаны арта, етәкселек бындай ваҡытта эшселәрҙе килешеү нигеҙендә эшкә урынлаштыра. Мәктәп уҡыусылары ла ауыл эшсәндәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, юғары, урта белем биреү уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙы ла ҙур теләк менән практика үтергә саҡыралар. Махсус белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, ололарға алмашҡа йәштәр етерлек. “Эш хаҡын тотҡарлыҡһыҙ түләгәс, социаль яҡлау ҡаралғас, һуңғы йылдарҙа йәштәр ауылды ташлап китмәй, киреһенсә, ҙур ҡалаларҙан ҡайтып, эш һорап мөрәжәғәт итә”, – ти етәкселек.
Хужалыҡ йыл һайын көтөүҙе тоҡомло йәш таналар менән тулыландырыу эшен яҡшы ойошторған. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Венгриянан тағы ла 32 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы ҡайтасаҡ, әле килешеү төҙөлөп, аҡсаһы күсерелгән. Сит илдән килгән малдар был төбәкте үҙ итә ҡалһа, етәкселек уларҙың һанын күпләп арттырырға иҫәп тота. “Ҡыуаныслы, республика хөкүмәте лә, район хакимиәте лә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, төрлө субсидиялар бүлә. Әле һатып алған бер тана өсөн 50 мең һум күләмендә компенсация ҡаралған, ә был – ҙур ярҙам”, – ти Александр Геннадьевич.
Хужалыҡ ҡышҡы осорға әҙер. Мал-тыуарҙың да аҙыҡ өҫтәле бында бай буласаҡ, фермаларға йәй ремонт үткәргәндәр. “Хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарыла, улар ихтирамға, иғтибарға лайыҡ, сөнки намыҫлы хеҙмәттәре һөҙөмтәһендә әле күп күрһткестәр буйынса районда алдынғылар рәтендә киләбеҙ”, – ти Александр Николаев.