Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Октябрь 2019, 12:10

Атайымдың хеҙмәттәше һәм ғаилә дуҫыбыҙ

Һәр кем үҙ ғүмерендә киләсәктә лә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен өҙмәй аралашҡан кешеләр менән осраша. Һәм был, минең ҡарашҡа, иң мөһиме.

Ундай кешеләр тормошобоҙҙа төрлө ролдәр башҡара. Ул дуҫ та, әхирәт тә, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла, терәк-таяныс та. Ул бер ҙә алдамай, күҙгә ҡарап, дөрөҫөн әйтәсәк. Ул кеше төрлө ауыр хәлдән дә сығыу юлы табырға ярҙам итәсәк. Ғаиләбеҙ менән оҙаҡ йылдар дуҫ йәшәгән кешеләр Стәрлебашта аҙ түгел. Беҙҙе йылы хис-тойғолар һәм онотолғоһоҙ тәьҫораттар берләштерә.

Бөгөн Рауил Ғафур улы Лоҡмановтың уй-фекерҙәре сюжетына таянып, уның тураһында һөйләгем килә. Беҙҙең ҡатмарлы тормошта фекерҙәрен туплап, арымай-талмай һәр нимәне еренә еткереп уйлаған кешене осратыуы икеле. Уның яратҡан шөғөлө - уйларға. Ул тәүҙә яуап бирер алдынан, әгәр кәңәш һорап килгәндәр икән, төптән уйларға кәрәк тип иҫәпләй. Бер артыҡ һүҙе юҡ, һәр береһе үлсәнгән. Барыһы ла төптән уйланылған, етди һәм ҡыҫҡа. Уның бөтә тышҡы ҡиәфәте уҡымышлылығы һәм эске әҙәплелеге тураһында һөйләй.

Ә ул балалар йортонда үҫә, һәм әле лә уны ҙур йылылыҡ һәм тулҡынланыу хисе менән иҫкә ала. Мәктәпте тамамлай, армияла хеҙмәт итә, уҡып белгеслек ала, уҡытыусы, артабан Ҡарағош мәктәбе директоры булып эшләй. Ә был балаларға ҡарата тулыһынса ышанысҡа нигеҙләнгән үҙенсәлекле мәктәп була. Ундайҙар бер ҡайҙа ла юҡ һәм бер ҡасан да булмаясаҡ. Һуңынан РОНО мөдире, артабан - район башҡарма комитеты рәйесе М.Ф.Фәтҡиев урынбаҫары була. Барыһы ла баштан уҡ шыма ғына бармағандыр, бәлки, был турала беҙ бер нимә лә белмәйбеҙ, әммә был кешегә тулыһынса ышанып эшләргә мөмкин ине. Ул үҙе һирәк ял итте һәм хеҙмәттәштәренә лә тынғы бирмәне.

Район Советында эшләү Рауил Ғафур улы өсөн һәйбәт тормош мәктәбе булды. Бында ул кешеләр менән ойоштороу һәм тәрбиә эше нескәлектәрен үҙләштерә. Ауыл хужалығы, уның проблемалары һәм ауырлыҡтары менән тағы ла яҡыныраҡ таныша. Ул кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә нығыраҡ төшөнә башлай. Уны көсөргәнештәргә, ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы эштәргә, яңы осрашыуҙарға, танышыуҙарға, ҡатмарлы ҡарарҙарға, борсолоуҙарға һәм шатлыҡтарға тулы көндәр көтә. Берҙәм эш уларҙы ғүмерлеккә берләштерҙе. Әгәр дуҫың булыуын теләһәң - үҙең дуҫ бул, тигән бик матур әйтем бар. Ниндәй ҙә булһа мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килеүен теләйһең икән, ике ҡул да бер юлы бер-береһенә тартылырға тейеш. Ҡасандыр, алтмышынсы йылдарҙа, район башҡарма комитеты рәйесе һәм уның урынбаҫары бер-береһенең ҡулын ҡыҫышып, ғүмерлеккә дуҫлашалар.

М.Фәтҡиевҡа эштән китергә тура килгәс, уның урынбаҫары яңы етәксе менән эшләй алмай, ул уны аңламай. Сөнки Фәтҡиев менән еңел булмаһа ла, барыһы ла асыҡ һәм аңлайышлы була. Эшкә бер үк төрлө мөнәсәбәт, халыҡ менән аралашыуҙың үҙҙәренә генә хас юлдары. Ә төп маҡсат тәүҙә үк билдәләнә - бөтә көс менән социаль ғәҙеллек өсөн көрәшергә. Пландары ҙур була.

Рауил Ғафур улы бында ҡала алмай, аспирантураға уҡырға китә. Уны эштән бушатыу менән янайҙар, әммә ҡурҡып торорға ваҡыт юҡ, ә үҙ рәйесе менән бәйләнеште ул өҙмәй. Уларҙы нимә берләштерә һуң? Тормошта һәм хеҙмәттә төп принциптар - ғәҙеллек һәм тәптиптер, моғайын. Был принциптарҙан улар бер ҡасан да ситләшмәй.

М.Фәтҡиев вафат булғас, Рауил Ғафур улы уның ҡатынына терәк-таяныс була. 2016 йылда Нәфисә Кашап ҡыҙы ла яҡты донъянан китә. Дуҫлыҡ эстафетаһын уларҙың ҡыҙы ҡабул итә һәм был бөгөнгө көндә лә дауам итә.

Тормош - ҡатмарлы һәм теге йәки был хәлдә нимә эшләргә, ниндәй ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген һәр саҡ аныҡ ҡына күҙаллап та булмай. Йәки бына бер ҡайҙа ла табып булмай торған мәғлүмәт, теге йәки был ваҡиға тураһында тәрихи белешмә талап ителә. Бындай ваҡыттарҙа мин һәр саҡ Рауил Ғафур улы Лоҡмановҡа мөрәжәғәт иттем. Сабыр һәм түҙемле итеп ул барлыҡ һорауҙарға яуап бирә. Минең атайым һәм әсәйем менән тормош, ваҡиғалар, кешеләр күбеһенсә стәрлебаштар тураһында рәхәтләнеп һөйләшеп ултырыуҙары уларға шатлыҡ бирә ине һәм ниндәйҙер дәрәжәлә ғүмерҙәрен оҙайтҡандыр. Ысын дуҫ ҡына бына шундай була.

Быйыл Рауил Ғафур улына 85 йәш тулды. Киләсәктә уға тик изге теләктәр генә теләге килә.

Маргарита ФӘТҠИЕВА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: