Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2019, 10:49

Һыуһыҙ, ризыҡһыҙ башҡорт көйҙәрен уйнаясаҡ

Билдәле скрипкасы, дирижер, педагог һәм колумнист Рөстәм Сөләймәнов тамашасыларҙы Өфөгә “Куб” перформансына саҡыра.

Ул быяла тирмә эсендә бер нисә көн рәттән һыуһыҙ-ризыҡһыҙ башҡорт көйҙәрен скрипкала уйнаясаҡ. Ғәҙәти булмаған форматтағы был үҙенсәлекле сара «Арт-Квадрат» сәнғәт үҙәгенең ивент-холында ойошторола.


Унда башҡорт тирмәһе рәүешендә биҙәлгән быяла куб ҡуйылған. Рөстәм Сөләймәнов художестволы акцияны ошо куб эсендә үткәрәсәк. “Акция мәлендә ауыҙыма тәғәм ризыҡ ҡапмаясаҡмын, бер тамсы ла һыу йотмаясаҡмын”, – ти музыкант.


Перформанс бер аҙна буйы, йәғни 11 октябрҙән 18-енә тиклем дауам итәсәк.

Сараның төп идеяһы – башҡорт халҡының сағыу милли музыка сәнғәтен һаҡлап, уны киләсәк быуынға тапшырыу зарурлығына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү.


«Акция Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Республика көнөнә арнала, – тине Рөстәм Сөләймәнов. – Мин скрипка өсөн яҙылған башҡорт милли музыка әҫәрҙәрен уйнаясаҡмын һәм башҡорт халҡының гүзәл байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклор йолаларын кәүҙәләндерәсәкмен».


Р. Сөләймәнов быға тиклем «Башҡортостан» концет залы фойеһында бер перформанс ойошторғайны ла инде, унда ул музыканы юҡ иткәндән һуң уны ҡайтанан тергеҙеү идеяһын ғәмәлгә ашырғайны. Бының өсөн уға хатта скрипка менән ҡурайҙы бысырға ла тура килгәйне.


Куб эсендәге сара иһә 11 октябрҙә киске сәғәт 7-лә асыла. Бөтә көндәрҙә лә теләгән һәр кем унда бушлай инә ала.
Читайте нас: