Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2019, 10:46

Ғәфү ит, фәрештә, эсеп йөрөп үлеп ҡалынған...

Арыу уҡ ҡыҙмаса булып алған ир өйөнә ҡайтып инеү менән ишек төбөндә асыҡ торған баҙға ҡолап төшә. Әле генә унан картуф сығарған ҡатыны түрбаштан әйләнеп килеп, уны-быны уйлап тормай, баҙҙың ҡапҡасын ябып ҡуя.

Әллә ныҡ бәрелеп шаңҡыуҙан, әллә йөгө етеүҙән шунда йоҡлап китә бисара. Бер мәл уянып китеп, эргә-тирәһен ҡапшап ҡараһа, ул яҡтан да, был яҡтан да ҡара ергә барып төртөлөп, ҡото осҡан бының.


Әмәлгә ҡалғандай шул мәлдә баҙҙың ҡапҡасы асылып китә лә, ҡыҙы баҫҡыс буйлап төшә башлай.


Аҡ күлдәкле ҡыҙҙы күргән ир ҡалтырана-ҡалтырана шыбырлай:


– Ғәфү ит, фәрештә, эсеп йөрөп үлеп ҡалынған...


Бер ни уйламай баҙға төшөп барған ҡыҙ баланың ни хәлдә булыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел... Бына шулай, эскелек – хурлыҡ, тип бушҡа әйтмәгәндәр.
Читайте нас: