2019 йылда онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш буйынса төбәк программаһы эшләнә. Уға ярашлы, Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Күмертау ҡалаларындағы ҙур дауаханаларҙа яман шеш менән ауырыусыларға амбулатор ярҙам күрһәтеүсе дүрт үҙәк булдырыласаҡ. Шулай уҡ республика онкология диспасерына, тағы ла өс медицина ойошмаһына алдынғы диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары урынлаштырыласаҡ.