Ҡәйнәмде әйтәм, аш-һыуға бигерәк тә оҫта инде. Тирә яҡҡа даны сыҡҡан. Шуға ла ауылға ҡайтһам, уның менән бергәләп аш-һыу тирәһендә уралырға яратам. Шул отпускыға ҡайтып киткән арала ғына ла әлли ни саҡлы эш өйрәнеп ҡалам мин унан. Үҙе етеҙ, үҙе эшлекле, өлкән булыуына ҡарамаҫтан, аш-һыу төрләүгә бигерәк әүәҫ инде. Ана, үҙе, мин ул-был иткеләгәнсе, ҙур-ҙур ит киҫәктәре тотоп инеп тә килә.
- Шул тиклем итте бер һалабыҙмы? – тип аптырап киттем.
- Бишбармаҡ наҡыҫты яратмай. Бер биҙрә һыуға ҡош башындай ит һалып бишбармаҡ бешереп булмай. Ит мул кәрәк, һимеҙ, һөҙлөгө күп сығырлыҡ булһын.
Ашың ҡайнап сыҡҡас та, утыңды һирәүән генә яндыр. Аш сиртеп кенә ҡайнаһа, ите лә татлы, һурпаһы ла тәмле була. Һапырып тор, өҫтөндәге төйөрҙәр тотош яҙылһын, һөҙлөккә әйләнһен. Атыу аштың тәме лә, йәме лә китә.
Элек бишбармаҡ бешергәндә, ҡаҙы һала торғайныҡ. Ҡаҙыһыҙ бишбармаҡ ҡайҙа ул! Ял майы былай-алай була торғайнымы! Шул ашала ине бит әле.
- Бишбармаҡты ат итенән бешерәләрме?
- Ат ите, тип һөйләмәйҙәр, килен. Йылҡы ите тиген. Эйе, йылҡы һимертә торғайнылар шул. Хәҙер һимеҙ булһа, сусҡа итенән башҡаһы, барыһы ла ярай – һарыҡ ите лә, һыйыр ите лә.
- Йылҡы майы, ана шул ҡаҙы бик файҙалы икән ул, ҡәйнәм. Ҡан тамырҙарына ултырған юшҡыны таҙарта, тип яҙылған ине журналда.
- Яңы иҫтәренә төшә башлаған икән. Йылҡы итен иткә һанамаған булып маташалар, атыу. Элек ҡарттар ҡалай оҙаҡ йәшәгән. Йылҡы ите менән ҡымыҙҙың шифаһын белгәндәр улар! Ярай, килен мин һиңә ҡамыр баҫып, йәйеп бирәйем дә, үҙем ҡайнағаларыңа барып киләйем. Эштән тура бында килһендәр. Бишбармаҡ ҡаҙандан алыу менән табынға бирһәң татлы була ул.
Ҡәйнәм шулай миңә лә өйрәтә, үҙе лә эшләй. “Эшең минең өсөн булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн”, - тип тә ебәрә ул.
- Ҡамырға йоморҡа һытһаң, йәйем тиҙ һурыға. Һурыҡҡан йәйемде ҡырҡыуы ла еңел, һалмаһы ла йәбешмәй.
Элек ҡамырҙы йәйеп тә тормағандар. Бауырһаҡ бешергәндәге кеүек оҙонсалағандар ҙа бармаҡ битендәй генә итеп өҙгәндәр. Шуға, һалма өҙәм, тип һөйләгәндәр.
- Ул тиклем һалманы нисек өҙөп өлгөргәндәр?
- Туй булыр, ҡунаҡ саҡырыр берәр аҙна элек биш-алты кеше өҙа башлай торған булған. Килен, ит бешеп сыҡһа, һөҙлөгөн бер һауытҡа һалып ал.
Йәйемде үтә йоҡартһаң да һалманың таты китә ул. Бына ошолай булһа, матур була. Килен, ҡара әле. – Ҡәйнәм йәйемен уҡлауға элеп, яҡтыға ҡуйып күрһәтте. Тигеҙ генә, түңәрәк кенә инде йәйеме. – Ниндәй матур булған. Түп-түңәрәк кенә.
- Уҡлауҙы төрлө яҡлап йөрөттһәң, шулай була ул. Элек бер килендең йәйеме оҙонса булғас ҡәйнәһенә, оно оҙонса ла, йәйем оҙонса була ла ҡуя, тигән булған ти. Ярай, килен, мин барып киләйем инде.
Тырышы-тырыша ҡырыҡтым һалманы. Ҡәйнәм ҡайтҡас: “Килен ҡәйнә тупрағынан, тиҙәр. Мине лә, аш-һыуға оҫтаһың тип маҡтай торғайнылар. Ҡалай тигеҙ, матур итеп ҡырҡҡанһың”, - тигәс, еңел булып китте.
- Һалҡын һыу менән сайҡатмаһаң, лайланып, бер-береһенә йәбешеп тик тора ул. Эше мәшәҡәт шул уның. Ваҡыт та, оҫталыҡ та кәрәк. Һалманы һалҡын һыу менән сайҡаттыҡ. Ҡәйнәм һуған турап, һөҙлөккә һалды ла утҡа ҡуйҙы. Шунан һалма ҙурлығындай итеп ит турай башланы. “Ҡаҙы булһа, һалма араһына ҡыҫтырып-ҡыҫтырып ебәрәһең. Булмаһа инде былай ҙа ярай”.
Ит турағас, ҡәйнәм һарҡытылған һалмаға итте һалды.
- Килен, һөҙлөктөң тоҙон таманла, ҡара борос һал.
Ҡайнап ултырған һөҙлөккә һалма өҫтәне һалды ла барыһын бергә бутаны.
- Ҡорот иҙ, килен. Бишбармаҡ менән һурпалап ҡорот бирһәң, шәп була.
- Беҙҙең яҡта ҡорот эшләй белмәйҙәр. Мискәгә ҡатыҡ тултыралар ҙә ҡышҡылыҡҡа туңдырып һаҡлайҙар. Ҡорот шәп бит, - тинем.
- Ҡоротто эшләмәйҙәр уны, ҡайнаталар. Уныһын да өйрәтермен. Хәҙергә бишбармаҡты онотмаһаң, бик шәп булыр. Ҡайҙа тәмләп ҡарайым әле. Ай-һай, тәмле булған икән.