Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2019, 12:16

Йылытыу миҙгеле - хәүефле осор

Стистика буйынса, янғын йәһәтенән хәүефле көҙгө-ҡышҡы осор башланыу менән янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта. Ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре - мейес менән һәм электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.

Уҙған аҙнала республикала йылытыу мейесен эксплуатациялау ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә - 10, электр йыһаздарын урынлаштырыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә - 16, газ йыһаздарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә өс янғын сыҡҡан.

Бөгөнгө көндә барлығы 9108 янғын сығып, унда 194 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йылытыу приборҙарынан файҙаланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен хәтерегеҙгә төшөрә.

Янғын хәүефһеҙлеге талаптары нормаһына һәм ҡағиҙәләренә тап килгән йорт (фатир) унда йәшәүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге гаранты булып хеҙмәт итеүен иҫтә тоторға кәрәк.

Мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ тикшереп торорға, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға, сарҙаҡта, ҡыйыҡта мөрйәне аҡларға кәрәк. Өс айға бер тапҡыр мейестең төтөн юлдарын йыйылған ҡоромдан таҙартыу мөһим.

Мейесте яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк: мейес һәм башҡа йылытыу ҡорамалдары янында янғынға ҡаршы бүлемдәр (отступ), шулай уҡ мейес алдында ағас иҙәндә 50х70 см ҙурлыҡта тимер киҫәге булырға тейеш.

Мейес янында һәм уның өҫтөндә тиҙ тоҡанып китеүсе әйбер һәм материалдар һаҡларға, кер киптерергә ярамай. Бер юлы бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡабыҙыу, ваҡытлыса ҡуйылған электр үткәргесте файҙаланыу, ҡулдан эшләнгән электр йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.

Электр йылытыу приборҙарын тәҙрә пәрҙәләре, мебель һәм башҡа тиҙ тоҡанып китеүсе әйберҙәр янына ҡуйырға ярамай. Йылытҡыс янмай торған таяуҙарҙа торорға тейеш. Иң мөһиме – электр йылытыу приборҙарын, шулай уҡ башҡа көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай.

Йылытҡыс электр көнкүреш приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләре:

- электр селтәренә тоташтырылған көнкүреш приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- электр үткәргестең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, боҙоҡ электр приборҙарынан, электр розеткаларынан файҙаланмағыҙ;

- электр приборҙарын завод инструкциялары талаптарына ярашлы фвйҙаланығыҙ;

- бер электр розеткаһына бер юлы бер нисә электр приборын тоташтырмағыҙ, электр селтәренә көс төшәсәк;

- асыҡ ут сығанаҡтарынан (шәм, шырпы) файҙаланыу зарурлығы барлыҡҡа килгән осраҡта һаҡ булығыҙ;

- электр приборҙары өҫтөндә кейем киптермәгеҙ һәм башҡа төрлө янып китеүсән материалдар ҡуймағыҙ.

Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе янғындан һаҡлап ҡала алырһығыҙ.

Ут тоҡанып китеүҙе һәм һөҙөмтәлә янғын сығыуҙы, кешеләрҙең үлемен һәм матди зыянды булдырмау өсөн һәм автоном янғын тураһында хәбәр итеү яйланмаһын урынлаштырыу зарур, ул төтөн еҫен һиҙә һәм ныҡ итеп һыҙғыра башлай. Өс йыл эсендә республикала ошо хәбәр итеү яйланмаһы ярҙамында 286 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған, уларҙың 126һы - бала.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғындың сәбәптәре төрлө, ә бында берәү генә ғәйепле - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән кеше. Тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙә ғәйеплеләр, янғындарҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүенә бәйле рәүештә закон тәртибендә яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Һуңынан үкенмәҫ өсөн янғынды иҫкәртеү еңелерәк.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетытының янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге.


Читайте нас в