Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2019, 12:13

Гармуныңдың телдәренә бер өҙҙөрөп баҫ әле!

Ҡанат фрештәләргә генә түгел, ә кешеләргә лә кәрәк, тиҙәр. Хыял һәм романтика ҡанаты. Унһыҙ бөтөнләй мөмкин түгел.Илдар Халиҡовтың бындай хыял ҡанаттары ҡасан барлыҡҡа килә? 1956 йылдалыр, моғайын? Бер ваҡыт уның атаһы Закир Ғилмулла улы өйгә һалдат формаһы кейгән, ҡулына матур биҙәкле гармун тотҡан кеше менән ҡайтып инә. Был ялға ҡайтҡан ауылдашы Мәүлийәр Кинйәбулатов була. Ете йәшлек Илдар музыка ҡоралынан күҙен алмай. Атаһы, улының музыкаға ҡарата булған һөйөүен күреп, барыһын да аңлай. - Гармуныңды миңә һат, - ти ул ауылдашына. - Ул минең үҙемә кәрәк, - ти Мәүлийәр.Әммә Халиҡовтың ныҡышмалы үтенесенә иғтибар итә. Ул шул саҡта бик һирәк осрай торған ике рәтле хромка була.Малай бик тиҙ уйнарға өйрәнә һәм ике айҙан «Шахта», «Сарман», «Арса», «Әпипә», «Һыу буйлап» һәм башҡа көйҙәрҙе еңел уйнай ала.Малай Әмир ауылында популярлыҡ яулай башлай. Егеттәр һәм ҡыҙҙар уны кис ултырыуға гармунда уйнарға саҡыра. Ҙур талант эйәһе үҫеп килеүен барыһы ла аңлай!

Ә Закир Ғилмулла улы малайға ун йәш булғанда улына икенсе музыка ҡоралы кәрәклеген аңлай.

- Әйҙә уға баян алайыҡ, - ти ул бер ваҡыт тормош иптәшенә. - Бәлки ул оҫта музыкант булыр.

- Амин, шулай булһын, - ти ҡатыны.

Илдар Әмир ауылында мәшһүр малай була.

1962 йылда Стәрлебаш ауылында яңы Мәҙәниәт йортон асалар. Ошо ваҡиға айҡанлы концертта ҡатнашырға 13 йәшлек Халиҡовты ла саҡыралар. Ул баянда популяр композитор Сәлих Сәйҙәшевтың ике йырын уйнай. Тотош зал уға ҡул саба.

Киләсәктә, оҫталығын камиллаштырыр өсөн, Илдар радионан билдәле баянсылар Мөхтәр Әхмәҙиев, Таһир Кәримов, Әлфәрит Солтанов, Рәйес Сәфиуллиндарҙың сығыштарын тыңлай, улар башҡарыуында яҙыуҙар йыя.

Һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, өс көн дә үтмәй, уларға ауыл клубы мөдире булып эшләгән атаһының ҡустыһы Йәғәфәр килә.

- Бер уй бар, - ти ул. - Илдар Өфө ҡалаһындағы мәктәп-интернатҡа уҡырға барһын. Уҡырға инергә ярҙам итәсәкмен.

- Уйларбыҙ, - ти ата-әсәһе.

Бик оҙаҡ уйлап тормайҙар. Был уйҙы хуплайҙар.

Өфө ҡалаһында уҡыу осоро уның өсөн бик ҡыҙыҡлы була. Ижади йәһәттән үҫешә. 1967 йылда Стәрлебаш үҙешмәкәр артистары Өфө ҡалаһында Октябрь революцияһының 50 йыллығына арналған концертта ҡатнаша. Ә Илдар 60 кеше составында халыҡ хорына аккомпаниаторлыҡ итә.

Уҡыуҙан һуң ул - Стәрлебашта район Мәҙәниәт йортонда эш башлай. Артабан армияла хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, ата-әсәһе уға:

- Артабан уҡырға кәрәк һиңә, улым, - тиҙәр.

- Үҙем дә уйлап тора инем, - ти Илдар.

Ырымбур мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһына уҡырға инә.

Бер ваҡыт медицина хеҙмәткәрҙәре алдында концерт менән сығыш яһайҙар. Бында Илдар Өлкә клиник дауаханаһында эшләгән Ғәлиә исемле ҡыҙ менән таныша. Был ҡыҙ уға бик оҡшай. Ҡыҙҙа ла уға ҡарата мөхәббәт уты ҡабына, күрәһең. Шулай итеп киләсәктә улар сәстәрен сәскә бәйләй.

Училищены тамамлағандан һуң Халиҡовты Ырымбурҙан алыҫ түгел ауылдарҙың береһенә эшкә ебәрәләр. Бер йылдан отпуск ваҡытында Әмир ауылына ҡунаҡҡа ҡайталар. Ә Стәрлебашҡа килгәс, Илдар район башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире Шәйхелислам Шәйәхмәтов менән осраша.

- Эшкә ҡайт әле, ҡустым, - тип ныҡышмалы тәҡдим итә Шәйхелислам Шәйәкбәр улы. - Беҙгә һинең кеүек оҫталар бик кәрәк.

- Ғаилә менән кәңәшләшергә кәрәк, - ти Халиҡов.

- Уйлағыҙ. Беҙ һеҙгә өмөтләнәбеҙ.

Ҡатыны менән кәңәшләшкәс, ҡайтырға ниәт итәләр.

- Ярай, әйҙә күсенәйек, - ти Ғәлиә.

Стәрлебашта Илдар Закир улы балалар музыка мәктәбендә, Балалар ижад йортонда, Балалар сәнғәт мәктәбендә, район Мәҙәниәт йортонда аккомпаниатор-концертмейстер булып эшләй. Ситтән тороп Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының тамамлай. 1998 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәнәт хеҙмәткәре» исеме бирелә. Ә Ғәлиә Зариф ҡыҙы күп йылдар район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.

Ә студент йылдарында Халиҡов Куйбышев (Һамар), Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Пермь өлкәләрендә - татарҙар күпләп йәшәгән ерҙә гастролдәр менән бара. Шул гастролдәр ваҡытында ул ноталарға төрлө фольклор әҫәрҙәр яҙа һәм һуңынан, уны матурлап шымартҡандан һуң, үҙ репертуарын байыта. Ә профессиональ артистар менән аралашыу уға ижади яҡтан үҫешергә ярҙам итә. Уға Башҡортостандың халыҡ артистары Илфаҡ Смаковҡа, Филүс Гәрәевҡа, республиканың атҡаҙанған артистары Венер Мостафинға, Фәдис Ғәниевҡа, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марат Зариповҡа (әйткәндәй, беҙҙең яҡташыбыҙ) һәм башҡа билдәле йырсыларға аккомпаниаторлыҡ итергә тура килә. Башҡортостанға гастролдәр менән килгән артистар - Хәйҙәр Бигичев, Зөһрә Сәхәбиева, Рөстәм Маликов менән бергә сәхнәлә сығыш яһаған саҡтарын Халиҡов бөгөн дә ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ала.

- Илдарҙың үҙ йүнәлеше бар, - тип уртаҡлаша уй-фекерҙәре менән Башҡорт академия драма театрының музыка бүлеге етәксеһе, Башҡоростан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, яҡташыбыҙ Фәнил Арыҫланғолов. - Унда үҙенсәлекле, көслө милли калорит сағыла. Өҫтәүенә, ул стиле буйынса башҡа баянсыларҙы бер ҡасан да ҡабатламай.

Уның юғары оҫталығын күптәр, шул иҫәптән билдәле йырсы, район Мәҙәниәт йортоноң агитация - концерт бригадаһы етәксеһе, Башҡоростан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфизә Хәйруллина ла билдәләй.

Халиҡов менән ижади йәһәттән аралашыу бик ҙур файҙа килтерә, тип иҫәпләй икенсе яҡташыбыҙ Анатолий Тарасов һәм бының өсөн өлкән дуҫына сикһеҙ рәхмәтле.

Әммә Илдар Закир улы менән аралашҡанда уның тыйнаҡ булыуы һиҙелә. Ә район мәҙәни тормошона индергән өлөшө уның баһалап бөткөһөҙ ҙур. Халиҡов сығыш яһағанда меңләгән кеше хайран ҡалып тыңлай, ләззәт ала. Музыка, билдәле булыуынса, эмоциональ яҡтан көслө йоғонто яһай. Бына һин залда ултыраһың һәм иҫ киткес матур йыр тыңлайһың. Һәм ни тиклем бихисап ыңғай тәьҫораттар алаһың!

Эйе, Халиҡовтың ҡаҙаныштары ла аҙ түгел. Уларҙың ҡайһы берҙәрен билдәләйем. Балалар музыка мәктәбендә эшләгәндә 12 кешенән торған баянсылар ансамбле булдыра. 1978 йылда Башҡорт АССРының 60 йыллығына бағышланған юбилей концертында ошо ансамбль I дәрәжә Дипломына лайыҡ була. 2000 йылда Өфө ҡалаһында Мәҙәниәт министрлығы ойошторған телевизион фестивалдә ошо ансамбль йәнә ҙур уңышҡа ирешә. Был ансамбль Бөтә Союз Балалар музыка мәктәптәрендә белем алыусыларҙың методик эштәрен ҡарауҙа ҡатнаша һәм икенсе турҙа уның еңеүсеһе була. Бәләбәй ҡалаһында «Уйна, гармун, уйна!» республика конкурсында I дәрәжә Дипломына лайыҡ була. Ә Стәрлебаш районында ошондай уҡ конкурстар инициаторы һәм ойоштороусыһы була. Ул «Батырҙар», «Умырзая» ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамблен булдырыуҙа ҡатнаша. «Умырзая» ансамбле, әйткәндәй, бөгөнгө көндә «Халыҡ» исемен йөрөтә. Агиткультбригада етәксеһе булараҡ, «Тыуған яҡ моңдары» концерт төркөмөнә етәкселек итә.

2009 йылда Халиҡов күренекле гармунсылар, «Уйна, гармун, уйна!» конкурсы тарихы һәм тап ошо музыка ҡоралы тураһында әҙәби-художество йыйынтығы сығара. Ә алты айҙан һуң «Ватаным Татарстан» гәзитендә - ошо республиканың төп ваҡытлы баҫмаһында Татарстандың халыҡ артисы Рәмил Ҡурамшиндың Халиҡов тураһында очергы баҫылып сыға.

Илдар Закир улы ғаиләһенән дә уңа. Хәләл ефете менән лайыҡлы итеп ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Икенсе улдары, Илгиз - филология фәндәре кандидаты, Татарстан Мәғариф министрлығында бүлеккә етәкселек итә.

Район Мәҙәниәт йортонда ингәндә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә юғары бейеклектәргә ирешкән яҡташтарыбыҙҙың фотоһүрәттәре эленеп тора. Улар эргәһенән үткән һайын мин һәр саҡ ни өсөн был галереяла ғүмер буйына тыуған яғында уңышлы эшләгән (ҡайһы берҙәргә ҡарағанда) һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған Илдар Халиҡовтың да фотоһы юҡлығына аптырайым. Был хатаны төҙәтергә ваҡыт еткәндер, моғайын.

29 сентябрҙә Илдар Закир улына 70 йәш тула. Юбилярға һәм уның ғаиләһенә киләсәктә иҫәнлек, уңыштар һәм именлек теләйек.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото Халиҡовтарҙың ғаилә архивынан.
Читайте нас: