Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2019, 08:50

БАШҠОРТ-РУС МӨХӘББӘТЕ

Ҡатнаш никахтар беҙҙең йәмғиәттә ят күренеш түгел. Күп милләтле илдә, мөхиттә йәшәгәс, уны ҡабул итергә, ике яҡ йолаларын да теүәл үтәргә күнеккәнбеҙ. Ләкин шундай һорау тыуа: ни өсөн башҡорттоң абруйлы, арҙаҡлы ғына улдары мәрйәнән кәләш ала икән? Элек тә, хәҙер ҙә юғары власть даирәләрендә эшләгән ир- азаматтарыбыҙ, билдәле артистар йыш ҡына рус ҡыҙҙарына өйләнә.

Уңышлы һәр ирҙең артында ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр. Был осраҡлы күренешме әллә мосолман ҡыҙҙарында ниндәйҙер сифаттар юҡмы? Геройҙарыбыҙ үҙ исемдәрен яҙҙырырға теләмәне. Исем-шәрифтәрен шартлы итеп алайык.


Рауил–һомғол буйлы, һылыу башҡорт ире. Билдәле шәхес. Буласаҡ тормош иптәше менән эштә танышҡан. Икеһе лә мәҙәниәт кешеләре. Уртаҡ маҡсаттар, гастролдәр берләштергән, ҡауыштырған. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Рауил, ир-егет булараҡ, көслө кеше. Ғаиләлә уның һүҙе һүҙ: «Ҡатыным менән уртаҡ йолаларҙы хөрмәт итәбеҙ. Беҙгә йәшәп китеүе еңелерәк булды. Сөнки ҡатыным рус милләтенән булһа ла, башҡорт мәҙәниәтенә яҡын кеше. Бөгөн ул башҡорт костюмдары тегеү, милли биҙәүестәр эшләү менән мауыға. Уның теккән костюмдарын ансамблдәр ҙә кейә. Күп нәмә ғаиләнән, ир-егеттән тора. Бөгөн бер милләттән булып та, эт менән бесәй шикелле талашып йәшәгән ғаиләләр бар», - ти Рауил.


Башҡорт-рус мөхәббәте тигәс, бер ғаилә тарихы иҫкә төштө. 80 йылдар аҙағында ауылға колхоз рәйесе килә. Элек партия заманында белгестәрҙе шулай ауылдан ауылға, райондан районға күсереп йөрөтәләр ине. Оҙон буйлы, сибәр кеше ине ул. Уның ҡатыны-беларус ҡыҙы. Ул башҡорт егетенә кейәүгә сығып, хатта ҡаланан ауылға эйәреп килгән. Педагог булараҡ, бик эшлекле, ауыл ере өсөн ят кейем кейгән, етди генә апай булып хәтерҙә ҡалған. Ғаиләлә аралашыу башҡорт телендә, өс балалары тыуа, исемдәрҙе лә мосолманса ҡушалар. Бына ошо апай ғүмере буйы, иптәше вафат булғансы, саф башҡорт ауылында йәшәне, башҡортса һөйләште. Ағай ҡатынын мәрйә тип мәрәкәләһә лә, улар бер-береһен хөрмәт итеп йәшәне. Тупһала ултырып икәүләп төрлө телдә йырҙар йырлай торғайнылар. Бында ла ирҙең көслө, ғаиләлә баш булыуы башҡорт мөхитен булдырыуға ярҙам иткән, тигән фекер тыуҙыра. Уларҙың балалары әле лә атаһының туған телендә аралаша.


Тағы ла бер геройыбыҙ башҡорт ауылында үҫеп, юғары власть даирәләрендә ҙур вазифа биләгән кеше. Ҡатыны мәрйә. Ағай башҡорт телендә матур һөйләшә. Уның водителе былай тип әйтте: «Ағайыбыҙ нисәлә һәм ниндәй хәлдә ҡайтһа ла, ҡатыны көтөп тора торғайны. Ул ирен үтә хәстәрләне, хатта һалмыш булһа ла, йыуындырып, сисендереп. индереп һала ине. Ейәнсәрҙәренә тел өйрәтте. Уға ҡаршы, ҡартатай ҡайтты,-тип йүгерә инеләр».


Хөкүмәттә эшләгән Айтуған да йәшерәк ваҡытында мәрйәгә өйләнгән: «Карьера үҫешемдә ҡатынымдың бер роле лә юҡ,–ти ул. – Киреһенсә, башҡорт телен яҡшы белеүем, белгес булыуымдың йоғонтоһо ҙурыраҡ булғандыр».


Тәүге өс йылында улар бик ҡатмарлы йәшәй. Сәбәбе шул милли мәсьәләләргә барып тоташа. Тел өйрәнеү, йолаларҙы берләштереү ауырыраҡ була. Туғыҙ йыл эсендә барыһы ла ыңғай хәл ителә. Мәрйә килен телде аңлай, балаларының башҡорт телендә һөйләшеүенә ҡаршы түгел.


– Барыһы ла эрудициянан, тәрбиә кимәленән, аңлашып йәшәүҙән тора,– ти Айтуған.

Шундай осраҡтар ҙа бар. Матур, йәш саҡта бергә йәшәйҙәр ҙә, ҡартайғас, ҡатын ирен ташлап сығып китә.

– Был инде милли менталитеттан да киләлер,– ти бер әңгәмәсем.– Мосолман ҡатындары шулай ҙа һуңғы һулышына тиклем ирҙәренә тоғро ҡала, янында була. Вафатында ла дин ҡанундарына ярашлы тәрбиәләй бит.


Тағы бер геройыбыҙ–ҡатын–ҡыҙ. Уның иптәше мосолман, үҙенән күпкә оло. Тик. ул иренең икенсе ҡатыны. Беренсеһе – мәрйә.

– Беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе ул белмәй, – ти Азалина.–Бәлки, белергә теләмәйҙер генә. Беҙҙең уртаҡ балабыҙ бар. Ни өсөн миңә лә өйләндеме? Сөнки рустан тыуған балалары православие динен алған. Ә ул баштан уҡ мосолман ҡыҙына өйләнмәүенә үкенә. Хәҙер, олоғайғас, айырыуса ҡыйын, ти. Мин уға үҙебеҙҙең мосолман балалары табып бирәсәкмен. Уның ике ғаилә ҡарарлыҡ хәле бар. Фәҡир түгел. Хәйер, өлкән балалары үҫеп балиғ булған инде.


– Минең ағайым хәрби, ситтә мәрйәгә өйләнде, – ти бер апай. Ағайым төҫкә-башҡа күркәм кеше, аҡсаны күп эшләне, хәҙер ҙә яҡшы пенсия ала. Еңгәй тәки телде өйрәнмәне. Балалары беҙҙең яҡҡа оҡшаған, һөйләшергә тырышалар. Ағайым өндәшмәҫкә күнеккән. Ни өсөн шулай килеп сыға тормошта? Беҙ ирҙәребеҙҙең ҡәҙерен белмәйбеҙ, күрәһең. Бәлки икенсе милләт ҡыҙҙары һәр яҡлап та ирҙәрҙе арбай беләлер. Беҙгә ошондай сифаттар ҙа етешмәйҙер.


Шәп ирҙәрҙе мәрйәләр алдан күрә белә тигәнгә, ышанып та ҡуяһың. Ошо әңгәмәләр күрһәтеүенсә лә, бер мәрйәлә эскесе иргә тормошҡа сыҡмаған. Киреһенсә, сибәр, матур ир–егеттәребеҙ рус ҡыҙына өйләнгән дә, артабан йә карьера яһаған, йә байлыҡ туплаған. Тик йәшерәк саҡта, дин тәрбиәһе, туған тел ҡәҙере хаҡында уйламаған ваҡытта, мөхәббәт тип өйләнеп тә, олоғайғас, асылына ҡайтып үкенгән кешеләр ҙә осрап ҡуя. Ә белгестәр быға ниндәй аңлатма бирә?


Психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина: «-Рус ҡатындары үҙҙәренә ҡарата баһаны юғары ҡуя белә. Улар йыш ҡына батшабикә ролендә хис итә үҙҙәрен. Минеңсә, башҡорт ҡыҙҙары үтә баҫалҡы, үҙен түбәнһетеп, кәмһетеп ҡараған кеүектәр. Беҙгә үҫеш, киң ҡараш етмәй. Үҙ өҫтөндә эшләгән, күп белгән, уҡыған ҡыҙҙар һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу уята. Үҙебеҙҙең үҫешебеҙгә аҡса һалырға әҙер түгелбеҙ. Тиҙ генә донъяға баҫылабыҙ. Икенсе осраҡ. Аҙ ғына тупаҫлыҡты еңергә, матур һөйләшеү, асыҡ, алсаҡ булыу етешмәй. Ҡасан беҙ үҙебеҙҙе баһалай беләсәкбеҙ, эстән батшабикә итеп тойорға өйрәнәбеҙ, шул ваҡытта беҙҙең ир-егеттәребеҙ ҙә беҙҙе шулай итеп ҡабул итә башлаясаҡ.

Ошонда ирекһеҙҙән шағирә Зөлфиә Ханнанованың бер шиғырын иҫкә төшөрөү урынлы булыр.

Беҙҙең ҡыҙҙар ҡырыҫ бит ул.

Һөйләшеүҙән.

Һылыуҙар күп халҡымдың

Ҡурсаҡтай–

Аҫыл ирҙәрҙе мәрйәләр

Ҡосаҡлай.

Ил улдары ҡарамағас

«Ҡырыҫҡа,»

Ҡыҙҙарыбыҙ сығып бөттө

Урыҫҡа.

Ҡалҡып сыҡты шулай яңы

Ҡалалар:

Ни башҡорт,ни урыҫ түгел

Балалар...

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙең фекерҙәр ниндәй булыр? Тормоштан күҙәтеүҙәр көтөп ҡалабыҙ.Башҡортостан ҡыҙы журналынан.
Читайте нас в