Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь 2019, 08:32

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт байрамының өсөнсө миҙгеле

Башҡортостан концерт залында быйыл «Йөрәк һүҙе» шиғриәт байрамының өсөнсө миҙгеле старт ала. Быға тиклем ул Башҡорт опера һәм балет театрында үткәрелә торғайны.

Был хаҡта ошо проектҡа арналған матбуғат конференцияһында сараны ойоштороусылар һөйләне. Уның авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Сәфәрғолова: «Проекттың маҡсаты – үҙебеҙгә иғтибар йүнәлтеү түгел, ә шиғриәт аша башҡорт теленең көс туплауын теләйбеҙ. Туған телем тип кешеләр ғүмерҙәрен бирәләр. Шуға был ябай ғына проект түгел. Быйыл уның төп йүнәлеше – театр йылы һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығы буласаҡ»,– тине
Мәғлүм булыуынса, быйыл проектта тик артистар ғына ҡатнаша. Бының маҡсатын да автор, артист тигән шәхестең бәҫен күтәреү һәм уның гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү тип аңлатты. Дөйөм алғанда, «Йөрәк һүҙе» конкурс түгел, ә социаль проект булһа ла, унда ҡатнашыусылар барыбер бәйге тотасаҡ. Беренсе, икенсе, өсөнсө урындар, тамашасылар һөйөүе премияһы, тәүге тапҡыр СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатова исемендәге премия булдырыла. Беренсе урынға сығыусыны – 500 мең, икенсе урынға – 300 мең, өсөнсө урынға – 100 мең һум премия ҡаралған. Бынан тыш шәхси кешеләр Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе Минихан Ғәйнетдинов – 50 мең һумлыҡ, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина – өсөнсө урынға үҙе тәғәйенләгән премия аҡсаһын тапшырасаҡ.
Бәйгенең жюри составы өс кешенән торасаҡ. Уларҙың шәхестәре сер итеп тотола. Быйылғы «Йөрәк һүҙе» шиғриәт байрамына Татарстандан да оло ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.
Әйткәндәй, проекттың авторы Наилә Сәфәрғолова – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының сентябрь һаны геройы. Ул журналдың өр яңы проекты «Хыял өйө»ндә ҡатнашты. Наилә Сәфәрғолованың күркәм йорто, ундағы үҙенсәлекле интерьер менән танышырға теләһәгеҙ, мотлаҡ журналды алдырып уҡығыҙ.
Башҡортостан ҡыҙы журналынан.


Читайте нас: