Әмәлгә ҡалғандай, шул саҡ телевизорҙан фриволите ысулы менән биҙәүестәр яһарға өйрәткәндәрен күреп ҡала. Бик ҡыҙыҡһынһа ла, ырымдарға ышанып, йөклө саҡта бәйләмгә тотонмай, бәпәй тыуғанын көтөргә була. Улы Айҙар донъяға килеп, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, интернет аша кәрәкле әйберҙәрҙе яҙҙырып ала ла оҫталыҡ дәрестәренән эшкә өйрәнә башлай. Йыл ярым эсендә алҡа, колье, чокер тип аталған муйынсаҡтар, брошь, беләҙектәр яһап, ҡулы шымара. Ептәрҙән тыш, чех сәйләндәре, мәрйендәр, Сваровски кристалдары ҡуллана. Туғандары, дуҫтары, таныштары ла биҙәүестәр эшләтеп ала хәҙер, уларҙы тыуған яғы Әбйәлилдә лә, Өфө, Мәскәү, Сорғот ҡалаларында ла яратып тағып йөрөйҙәр. «Минеңсә, һәр ҡатын-ҡыҙ кейеменә ярашлы итеп биҙәүестәр һайларға тейеш. Таныштарым араһында брошь тағыусылар бик һирәк. Ә бит ул тышҡы ҡиәфәтте тулыландырыу, хатта үҙгәртеү көсөнә эйә», – ти Айгөл.Башҡортостан ҡыҙы журналынан.