“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә «Торатау» конгресс-холында асылған «Минең бизнесым» үҙәге эшләй башланы. Ул эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы булып тора. Бында эшҡыуарға берҙәм тәҙрә режимында объект төҙөүгә, уны файҙаланыуға тапшырыуға һәм селтәргә тоташтырыуға рөхсәт алырға мөмкин. «Минең бизнесым» үҙәгенә мөрәжәғәт иткән һәр кем кесе һәм урта предприятиеға финанс ярҙамы, финанс планлаштырыуы, маркетинг оҙатыуы, мәғлүмәт һәм юридик оҙатыу мәсьәләләре буйынса консультация алыуҙан тыш, белемен дә арттырыра ала. Мәҫәлән, яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программалары, төрлө семинарҙар һәм тренингтар ойошторола.