Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь 2019, 08:27

ИР-АТТЫҢ «ИКЕНСЕ ЙӨРӘГЕ»

Күп быуаттар элек боронғо гректар ир-аттың был ағзаһын уның «икенсе йөрәге» тип атаған. «Ҡыҙғанысҡа, кәйефкә, йәшәү дәртенә, хатта йыш ҡына үҙ баһаһына, нәҫел ҡалдырыу һәләтенә туранан-тура йоғонто яһаусы был ағза һаулығын көслө зат ҡайғыртып өйрәнмәгән», – ти юғары-категориялы табип-уролог, медицина фәндәре кандидаты Ринат Ғәли улы ШАКИРОВ. Уның менән әңгәмә – ир-егет ҡысҡырып һөйләү генә түгел, уйларға ла яратмаған сирҙәр – енес биҙенең киң таралған ауырыуҙары һәм уларҙан һаҡланыу хаҡында.

– Күп ваҡыт көслө зат, үтер әле, тип сабыр ҡылып, сиренә түҙә алмай башлағас ҡына табиптарға мөрәжәғәт итә. Яңыраҡ беҙгә клиникабыҙ ҡаршыһында йәшәүсе бер мөһабәт ағай килде. Үкенескә күрә, енес биҙендә яман шеш үҫеп, бәүел ҡыуығын баҫып киткән булып сыҡты. Ағай йәш сағында атом һыу аҫты кәмәһендә оҙаҡ хеҙмәт иткән икән. Йорто юл аша ғына булып, шулай һуң мөрәжәғәт итеүе ныҡ йәл. Һис юғында ике йыл элек килгән булһа!
– Енес биҙе сирҙәре араһында бөгөн айырыуса ҡайһыһы киң таралған?
– Бөгөн башлыса хроник простатит – енес биҙе ялҡынһы­ныуынан яфаланыусылар күп. Ирҙәрҙең яртыһынан артығы простатиттың теге йәки был төрөнә дусар. Хроник простатит бигерәк тә типһә тимер өҙөрлөк – 20–40 йәштәрҙәге ир-егеттәр араһында йыш осрай. Был осор көслө заттың ең һыҙғанып эшләй, балалар үҫтерә торған иң ҡеүәтле сағы икәнен иҫәпкә алһаң, енес биҙе ауырыуының медицина проблемаһы ғына түгел, социаль мәсьәлә лә икәнен күрәбеҙ.
– Уның сәбәптәре, билдәләре хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ?
– Енес биҙе ялҡынһыныуына, ғәҙәттә, инфекция инеү сәбәпсе. Йоғошло бактериялар уға бәүел юлынан, шулай уҡ ҡан аша – мәҫәлән, ангина, пневмония, грипп ваҡытында эләгергә мөмкин. Хроник простатиттың үҫешеүенә, микроорганизмдар инеүҙән бигерәк, иммунитеттың көсһөҙләнеүе, кесе оса ағзаларының торошо, уларҙағы ауырыуҙар нигеҙ булып тора. Хроник простатиттың бактериаль булмаған төрө иһә башлыса биҙҙә ҡан йөрөшө әкренәйеүгә бәйле.
Эс аҫты, биҙҙең ауыртыуы, кесе йомош менән йыш йөрөү йәки бәүелдең бүленеп-бүленеп, әкрен сығыуы, енси тормоштоң ауырлашыуы – ошо өс билдәнең береһен тойһағыҙ ҙа тиҙ арала табипҡа барырға кәрәк. Бынан тыш, температура күтәрелеүе, бөтә тәнде хәлһеҙлек солғауы, аппетит юғалыуы, йоҡо боҙолоуы, эш һәләте, ижади әүҙемлек кәмеүе, кешенең ярһыуға әйләнеүе их­тимал.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сир йылдан-йыл «йәшәрә» бара.
– Хәүеф төркөмөнә кемдәр инә?
– Бөгөн байтаҡ ир-ат Себер тарафтарында вахтала, һалҡын шарттарҙа эшләй, күбеһе ныҡ өшөү сәбәпле сирләп китә. Офис хеҙмәткәрҙәре, шоферҙар, бигерәк тә алыҫ рейсҡа йөрөүселәр араһында ла хроник простатит таралған – ултырып эшләү, аҙ хәрәкәтләнеү арҡаһында ҡан йөрөшө боҙолоу ҡасафаты. Даими булмаған енси тормош һәм, киреһенсә, уның бәйһеҙ, тәртипһеҙ булыуы һөҙөмтәһендә лә енес биҙе ялҡынһынып, яйлап хроник төҫ алыуы ихтимал. Тестостерон төшөү иһә ялҡынһыныуҙы көсәйтеп ебәрә. Шулай уҡ ҙур миҡдарҙа нурланыу алыусылар ҙа хәүеф төркөмөнә ҡарай (яҙма башында йәш сағында атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән ағай хаҡында һөйләп киткәйнек).
– Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн ни эшләргә?
– Үрҙә әйтеүемсә, өшөмәҫкә тырышырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта артыҡ эҫелә оҙаҡ булыу ҙа насар. Тәмәке (электрон сигареттар, кальян) тартыу, араҡы-хәмерҙең зарарын һөйләп торорға ла түгел. Даими физик әүҙемлек кесе осала ҡан йөрөшө боҙолоуҙан, тимәк, енес биҙе ялҡынһыныуынан ҡурсалар. Эс ҡатыуын булдырмау, ваҡытында бәүел ҡыуығын бушатыу мөһим. Шулай уҡ енси ағзаларҙың йоғошло сирҙәрен һуҙмай дауалау, гигиена күҙәтеү мөһимлеген, тәһәрәт файҙаһын иҫтә тотоғоҙ. Енси юл менән күсеүсе сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн, йәр һайлауҙа бик талымлы булыу зарур.
Ауырыуҙарҙың дүрттән бер өлөшөндә оҙаҡ ваҡыт сир бер нисек тә беленмәй. Дауаланмай йөрөгәндә, ул түлһеҙлеккә, бәүел тотмауға, ирлек ғәйрәте кәмеүгә, биҙҙә таштар хасил булыуға, унда ҡан тамырҙары тарайыуға һәм ябылыуға, аденома һәм яман шеш үҫеүгә килтереүе мөмкин.
Ир-аттың «икенсе йөрәге» сәләмәт булһын өсөн, борсолорлоҡ сәбәп тыумағанда ла, йылына бер тапҡыр урологҡа күренергә, махсус анализдар бирергә кәрәк.
– Ул анализдар нимәнән ғибәрәт?
– Енес биҙенең махсус анти­генын (ПСА) билдәләү – иң мәғлүмәтле анализдарҙың береһе. Уның ярҙамында биҙҙәге ялҡынһыныу кимәле, туҡымаларҙың үҙгәреше асыҡлана. Тикшереүҙең төп маҡсаты – рак күҙәнәктәрен билдәләү. Илле йәште уҙғандарға, шулай уҡ нәҫелендә яман шеш ауырыуы булған ҡырҡтан өлкән ирҙәргә был анализды мотлаҡ рәүештә йылына бер мәртәбә тапшырырға кәрәк. Ниндәйҙер тайпылыштар бар икән, йышыраҡ тикшерелергә тура киләсәк.
Олпатла­ныусы көслө затты тағы бер хәүеф һағалап тора – эндокрин системаһының ҡартая барыуы арҡаһында организмда ир-ат гормондары етештерелеүе боҙолоуы ихтимал. Шуға күрә йылына бер тапҡыр тестостерон кимәлен асыҡлау ҙа ҡамасауламаҫ.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: Башҡор­тостанда урология хеҙмәте – медицинаның иң алға киткән тармаҡтарының береһе. Беҙҙең табиптарҙың оҫталығы был өлкәлә ныҡ үҫешкән Израиль, Германия урологтарыныҡы менән тиң, тип баһалана. «Башҡортостан ҡыҙы»н уҡыусы гүзәл заттарҙы: «Хәләл ефеттәрегеҙҙең табипҡа күренеүен, тейешле анализдарҙы биреп тороуын үҙегеҙ ҡайғыртығыҙ!» – тип саҡырам. Ысынлап та, күп ир-атты ҡатындары беҙгә етәкләп тигәндәй алып килә. Сөнки көслө зат һаулыҡ мәсьәләһендә ғүмер буйы бала булып ҡала.Башҡортостан ҡыҙы журналынан.
Читайте нас: