Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Сентябрь 2019, 08:12

ҺЫУ – ЙӘШӘҮ СЫҒАНАҒЫ

Халыҡ үҙ проблемалары хаҡында туранан-тура еткереү өсөн интернет селтәрен торған һайын киңерәк ҡуллана.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе бер ханым социаль селтәрҙә республика етәксеһе исеменә яҙған хатта былай тип һөйләй: “Егерме беренсе быуатта йәшәһәк тә, Әлшәй районы Гәйнәямаҡ ауылында минең тыуған йортомда һыу юҡ. Әсәйемә 77 йәш, ул икенсе төркөм инвалиды, һыуҙы ишек алдындағы скважинанан ала. Уныһын сараһыҙҙың көнөнән үҙебеҙ быраулағайныҡ. Ошо хәлгә, зинһар өсөн, иғтибар итһәгеҙ ине”.
Баш ҡалала ғүмер итһә лә, ауыл хәстәренән айырылмаған ханымдың хаты, әлбиттә, “Инцидетн” программаһы аша урындағы етәкселәргә барып етә. Гәйнәямаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе рәйесе Алик Усманов түбәндәгесә яуап бирә: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә был проблема бар шул. Былтыр йәй халыҡ йыйынында һөйләшеп, түбән остағы өйҙәрҙе һыу менән тәьмин итеү өсөн йылға аша һалынған иҫке һыу үткәргесте алмаштырыуға аҡса йыйырға булдыҡ. Кешеләрҙән йыйылған ул аҡсаға торба һатып алып, алмаштырҙыҡ.

Ләкин ауылды һыу менән һуғарыусы шишмә йылдан-йыл һайыға бара. Шул сәбәпле өйҙәргә һыу график буйынса бирелә”. Биләмә башлығы дөйөм тырышлыҡ менән алты саҡрым алыҫлыҡтағы икенсе шишмәнән торба һуҙыу мөмкинлеген ҡараясаҡтары хаҡында белдерә.

Башҡортостан ҡыҙы журналынан.
Читайте нас в