Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Сентябрь 2019, 18:35

Ҡытайҙар музейҙы баҫҡан

Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, «Царское село» музейында Ҡытай туристарынан коллапс барлыҡҡа килгән.

Сит ил туристарының, атап әйткәндә, ҡытайҙарҙың самаһыҙ күплеге арҡаһында Рәсәй туристарына музейҙы инеп ҡарау ауырлашты, тип белдерәләр ведомствола. Дүрт сәғәттән ашыу сират торорға тура килә, йөҙәрләгән ҡытай туристарынан торған төркөмдәр йыйыла икән. Кеше күплектән, башҡаларға Екатерина һарайындағы Гәрәбә бүлмәһен дә яйлап ҡарау форсаты теймәй, тиҙәр. Ҡытай туристары бик үҙенсәлекле, шул сәбәпле музейҙан гидтар ҙа китә башлаған.


«Улар күпләп килә. Килһендәр, афарин, был илдәр араһындағы дуҫлыҡты нығыта. Ләкин үҙебеҙҙең туристарҙы мәхрүм итке килмәй. Шуға ла Ҡытайҙан килгән туристарға айырым көн билдәләү кәрәктер, бәлки», - тип белдерҙе министр урынбаҫары Алла Манилова.


Шулай уҡ музей етәкселеге хәүефһеҙлекте һаҡлау өсөн бер юлы 800 ашыу кешене индермәҫкә ҡарар иткән. «Царское село» музейы Санкт Петербург эргәһендәге Пушкин ҡалаһында урынлашҡан.
Читайте нас: