Аверина – туп, ә Селезнева ҡулса менән күнекмәләрҙә еңеүгә өлгәште. Рәсәй башлығы Дина Аверинаға ебәргән телеграммаһында уның еңеүен триумф тип атаны, спортсының юғары әҙерлек кимәлен, рух ныҡлығын һәм үҙ көсөнә ышанысын билдәләне.
Екатерина Селезневаны ҡотлауында иһә Президент ҡыҙҙың оҫталығын, ихтыяр көсөн, еңеүгә ынтылышын, күркәм сығыш яһауын телгә алды, гимнастканың артабан да уңышҡа өлгәшеренә ышаныс белдерҙе.