Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Сентябрь 2019, 10:30

Радик Юлъяҡшиндың бүләге

Яҡташыбыҙ Радик Юлъяҡшиндың шәп йырсы ғына түгел, ә йомарт та булыуына Татарстандың Әлмәт ҡалаһы шаҡ ҡатҡан.

Ошо көндәрҙә ҡалала Профсоюздар көнөн билдәләгәндәр. Әлеге лә баяғы талантлы егетебеҙ үҙенең төркөмө менән шәп концерт биргән.

Ул ғынамы! Радик Юлъяҡшин "Татнефть" акционерҙар йәмғиәтенең профком рәйесе Ғүмәр Яруллинға башҡорттоң аҫыл ҡамсат бүреген бүләк иткән. Афарин, Радик!

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: