Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Сентябрь 2019, 08:10

ФЕРМЕРҘАР ФИНАНС ЯРҘАМҒА ДӘҒҮӘ ИТӘ АЛА!!!

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән тора. Шуларҙың береһе - “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” пограммаһы. Башҡортостан Хөкүмәте май айында уҡ был йүнәлеш буйынса гранттар һәм субсидиялар биреү тәртибен раҫлағайны.

Финанс ярҙамына түбәндәгеләр иҫәп тота ала:

– фермер хужалыҡтары «Агростартап» гранты рәүешендә 3 миллион һумға тиклем. Әгәр ошо гранттың бер өлөшөн крәҫтиән (фермер) хужалығы ағза булып торған ауыл хужалығы етештереү кооперативының бүленмәгән фондын ойоштороу өсөн файҙаланыу күҙ уңында тотола икән, гранттың суммаһы 4 миллион һум тәшкил итеүе мөмкин;

– ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары ағымдағы йылда тотонолған сығымды ҡаплауға — сығымдың 50% тиклем;

– ауыл хужалығы кооперациялары өлкәһендә компетенциялар һәм маҡсатлы сығымдарҙы берлектә финанслау рәүешендә фермерҙарға ярҙам күрһәтеү үҙәктәре.

#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан ҡыҙы журналынан.
Читайте нас: