Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Сентябрь 2019, 08:04

БИШ ЙЫЛДАН БАШҠОРТОСТАНДА 4 МЛН. 100 МЕҢ КЕШЕ ЙӘШӘЙӘСӘК

Рәсәйҙә бөгөн иң төп проблемаларҙың береһе – демографик көрсөк. “Демография” милли проектын ҡабул итеү һәм уны үтәү ошо проблеманы көйләргә тейеш, тип көтөлә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдағы биш йылға республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип яҙғайныҡ. Социаль өлкәлә ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе – республика халҡы һанын 4 млн. 100 мең кешегә ( хәҙер – 4 млн. 50 мең) еткереү.

Бының өсөн тәү сиратта тыуымды арттырыу, ә үлемде кәметеү мотлаҡ. Халыҡтың тәбиғи үҫешен көйләү, әлбиттә, медицина хеҙмәтләндереүенең сифатына ҡайтып ҡала. Ошонан сығып, алдағы биш йылда республикала 170 ФАП, 12 поликлиника, 2 бала табыу йорто төҙөү планлаштырыла.

#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостан ҡыҙы журналынан.
Читайте нас: