Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ултырышта Фольклориадала 100 илдән өс меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, халыҡ-ара фольклор фестивале республикала 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙғарыла.
Кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец асты. Ул 2017 йылдың 1 июнендә ил Президенты Владимир Путиндың VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы, былтыр февралдә ошо сараға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетын төҙөү тураһында Хөкүмәт бойороғо сығыуы хаҡында хәтергә төшөрҙө.
Радий Хәбиров күләмле һәм әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерләнеү барышы тураһында һөйләне. Әле 85 дәүләт Фольклориадала ҡатнашыу теләген раҫланы. Фестивалдә 2,5 миллион туристың да килеүе көтөлә.