Дүрт айлыҡ тоҡомло көсөк Петербургтың Граждандар проспектындағы фатирҙа йәшәгән. Тәүге осорҙа уны бик яратҡандар, йәнлек тә хужаларына эҫенгән.
Әммә бер көндө фатирҙа кәйеф-сафа ҡорғандар. Көсөккә лә иғтибар бөткән, ул башына килгән урынға ярау иткән. Был хәлде кисерә алмаған хужалар (бәлки, иҫерек ҡунаҡтары) көсөктө тәҙрәнән ырғытҡан. Ҡанға батҡан йәнлекте үткенселәр ветеринар клиникаһына алып барған, ә иҫерек хужаларын полиция тотҡан.
Операциянан һуң көсөк йүнәлеп килә. Яңы хужалары уның башҡа ҡыйырһытмаҫ, тип өмөтләнәйек.Башҡортостан гәзитенән.