Ил Президенты кәңәшсеһе, Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары советы рәйесе Михаил Федотовҡа 70 йәш тулды. Владимир Путин ҡотлау телеграммаһында Михаил Федотовтың тырышлығын, һөҙөмтәле хеҙмәтен телгә алды.
Уның әйтеүенсә, юбиляр үҙенең уҡытыусы һәм остаз бурыстарына ҙур иғтибар бирә, граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә, демократия ҡиммәттәрен һәм идеалдарын нығытыуға тос өлөш индерә.
Дәүләт башлығы Федотовҡа һаулыҡ һәм уңыштар теләне.