чалыла Фәнит Шаһиевты белмәгән кеше һирәктер. Бар ғүмерен мәҙәниәткә бағышлап, хеҙмәт юлының башында – кино, аҙаҡ инде районда театр сәнғәтен үҫтереүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй тырышҡан кешеләрҙең береһе ул.
Мәҡәлә геройым 1950 йылда Һәйтәк ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе Миңсәғиҙә Ҡаһир ҡыҙы сығышы менән Сәфәр ауылынан була. Һуғыш йылдарында тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килә уға, колхозда төрлө эштә йөрөй, хатта комбайнсы ярҙамсыһы ла була. 1947 йылда ауылдан өс кешегә тылда фиҙакәрлек күрһәткәндәре өсөн тәүге тапҡыр миҙал бирелә, уларҙың араһында Миңсәғиҙә Шаһиева ла була.
Совет заманында ауылдағы мәсет клубҡа әйләндерелә, Миңсәғиҙә унда йыйыштырыусы булып эшкә төшә. Йорттары эргәһендә генә урынлашҡан йортта буш ваҡытын уҙғарыр була Фәнит. Ул заманда кино сәнғәтенең саҡ-саҡ үҫешә башлаған мәле. Райондың беренсе киномеханигы Сәфәр Әхмәтйәнов, күсмә аппараты менән ауылдар буйлап йөрөп, кино күрһәтә башлай.
– Сәфәр бабайҙың килеүен түҙемһеҙләнеп көтә инем. Тәүҙәрәк сеанс бөткәс, сәхнә артына сығып, кинолағы “кешеләрҙе” эҙләгән саҡтарым да булды. Шулай кино сәнғәтенә башкөллө ғашиҡ булдым. Бик иртә был шөғөлдөң серҙәренә лә төшөндөм, – тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем.
Фәнит ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, V кластан Учалы мәктәбе интернатында йәшәп уҡый. Йәйге каникул мәлендә 14 йәшендә генә киномеханикты алмаштырып, беренсе тапҡыр ауылдаштарына үҙаллы фильм күрһәтә. Ә икенсе йылына зирәк үҫмерҙе киноселтәр берекмәһенә эшкә алалар. Йә йәйәү, йә велосипедта йөрөп, Өргөн, Һәйтәк ауылдарында, Учалы балалар лагерында кино күрһәтә башлай Фәнит.
– Тәүге айҙа киномеханик ярҙамсыһы булып бушлай эшләнем. 42 һум 50 тин – беренсе эш хаҡы алғас, аптырап ҡалдым. Күңел матурлыҡҡа ынтыла бит инде, баштан-аяҡ кейенеп, “фыртауай” егеткә әйләнеп алдым, – ти Фәнит Арыҫлан улы, йылмайып.
Әммә, өс ай эшләгәс, йәнә партаға ултырырға тура килә уға – мотлаҡ һигеҙ йыллыҡ белем алыу тураһындағы ҡарар ғәмәлгә инә.
Бында ла уҡыуҙан тыш ваҡытын бушҡа уҙғармай егет, мәктәп кинотеатры ойоштороп ебәрә, пьесалар сәхнәләштереүҙә ҡатнаша. Директор, Дан орденының тулы кавалеры Әхнәф Хөснөтдинов балаларҙың һәр башланғысын хуплап тора.
1966 йылда мәктәпте тамамлағас, Фәнит алдында “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорау тыумай. Ҡалҡандан Ислам Хилажев һәм Балбыҡтан Рәшит Әҙелгәрәев атлы үҙенән олораҡ егеттәр менән бергә Бәләбәйҙәге киномеханиктар әҙерләгән училищеға юллана. Кино күрһәтеүҙә байтаҡ тәжрибә туплаған Фәниткә белем эстәү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай – уҡыу йортон “бишле” билдәләренә генә тамамлай ул.
17 йәшлек дипломлы белгесте шул йылда уҡ Һәйтәк клубы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡытта Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғөбәй Фәтҡуллин етәкселек иткән “Совет” колхозы миллионер-колхозға әйләнә, ул Һәйтәктә клуб төҙөтә. Яңы ғына тапшырылған мәҙәниәт усағында дәртләнеп эш башлай егет. Эске ғәскәрҙәрҙең махсус подразделениеһында һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәтен дауам итә, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белемен камиллаштырырға ла өлгөрә. Әлбиттә, кино күрһәтеү һөнәрен дә ташламай.
– Халыҡ фильмдарҙы ныҡ мауығып ҡараны, бигерәк тә һинд киноларын яратты. Урын булмағас, балалар иҙәнгә теҙелешеп ултырып ҡарар ине, – тип иҫләй ул ваҡыттарҙы әңгәмәсем.
Әйткәндәй, Һәйтәк клубында кино күрһәтеү аппараты тулыһынса һаҡланған, Фәнит Арыҫлан улы ауылдаштарына әле лә ваҡыты-ваҡыты менән фильмдар күрһәтеп ала. Кино эше менән бергә ул театр сәнғәтен үҫтереүгә лә күп көс һала.
Һәйтәктәр һәләтле, әүҙем халыҡ. 1947 йылда мәшһүр Булат Имашевтың уҡыусыһы һәм башланғыстарын дауам итеүсе Әсғәт Мәғәфүров ауылда театр ойоштора.
Энергияһы ташып торған, талантлы белгес был йүнәлештәге эштәрҙе тағы ла йәнләндереп ебәрә. Йәше лә, ҡарты ла кистәрен клубта йыйылып спектаклдәр әҙерләй, ижад емештәрен төрлө ауылдар буйлап тамашасыларға тәҡдим итә. 1993 йылда ауыл театрына “Арғымаҡ” тигән исем ҡушалар, шул уҡ йылда ул халыҡ театры исемен яулай.
– Коллективтың даими составы 7-11 кеше, ҡайһы саҡ 18-гә лә етә. Театр – ул күмәк кешенең ижад емеше, бейеүҙе, мәҫәлән, 10 пар урынына һигеҙ пар башҡара ала, ә театрҙа улай түгел, бер генә герой булмаһа, сылбыр өҙөлә. Тормош бит, берәүҙәр эшенән китә алмай, икенселәр һаулығы йәки башҡа сәбәп арҡаһында килә алмауы ихтимал – ошоно режиссерға һәр саҡ күҙ уңында тоторға кәрәк. Һәр артист образға тап килергә һәм ролгә инә белергә тейеш, был да театр етәксеһенән тора, – тип ижад серҙәре менән уртаҡлашты әңгәмәсем.
Фәнит Шаһиевтан репертуарҙы нисек һайлауҙары тураһында ла ҡыҙыҡһындым.
– Репертуар һайлау элек еңелерәк ине. Бигерәк тә Әнғәм Атнабаевтың әҫәрҙәрен яратып сәхнәләштерҙек. Хәҙерге яңы авторҙар сәхнә ҡанундарын белеп етмәй, тип уйлайым. Республика кимәлендә ойошторолған “Алтын тирмә” фестивале театр коллективтарына тәжрибә уртаҡлашырға, аралашырға, ғөмүмән, артабан үҫешергә булышлыҡ итә, был сараның репертуар һайлауҙа ла файҙаһы ҙур, – ти ул.
Фәнит Шаһиев – оптимист рухлы, ыңғай шәхес. Аралашҡанда, уның ҡасан етди, ҡайһы саҡ шаярып һөйләшкәнен дә айырыуы ҡыйын. Һәр осраҡҡа тиҙ генә көләмәсен дә тура килтереп өҫтәп ебәрә.
– Ауылда ике Фәнитбеҙ. Бутамаҫ өсөн мине “Кәмит Фәнит” тип йөрөтәләр, – ти ул, йылмайып.
Тормошта һәр һүҙен эш менән нығытып ҡуя белгән ышаныслы кеше ул. Ғаиләһендә лә абруйлы атай, олатай. Ҡатыны Венера Камил ҡыҙы менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, барыһы ла үҙ ғаиләләрен ҡороп, тормошта урынын тапҡан. Бөгөн Шаһиевтар ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана.
– Барыбыҙ ҙа бергә йыйылһаҡ, 30 кеше булабыҙ. Күңелең киң булһа, һәммәһенә лә урын табыла, – ти әңгәмәсем.
Фәнит Арыҫлан улының фиҙакәр хеҙмәте, тырышлығы күп наградалар менән баһаланған – 27 йәшендә үк уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул – шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры, СССР-ҙың кинематография отличнигы, бер нисә тапҡыр Рәсәй, Башҡортостан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре съезы делегаты итеп һайлана.
Шулай ҙа бар ғүмерен тыуған яғының мәҙәниәтен үҫтереүгә, кешеләргә рухи аҙыҡ таратыуға арнаған Фәнит Шаһиев өсөн иң ҙур баһа – ул яҡташтарының ихтирамылыр.Башҡортостан гәзитенән.