Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:40

Тыуған төйәкте данлаусылар

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда һәләтле балалар республика Башлығы стипендияһын ала. Стипендия дөйөм белем биреү учреждениеларындағы иң яҡшы уҡыусыларға, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү ойошмаларында тәрбиәләнеүселәргә спортта йәки сәнғәттә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн биреләсәк.

2019/20 уҡыу йылында был дәртләндереү сараһын 10 – 18 йәшлек 100 уҡыусы аласаҡ. Уларға ай һайын 700-әр һум аҡса түләнәсәк. Учалынан Мират Ғарипов, Дания Мөхә­мә­ҙиева, Айназ Хажиев, Әлфинә Фәхретдинова, Вадим Шушарин да стипендияға лайыҡ тип табылды.


Стипендиаттарҙың иң кесеһе – Айназ Хажиев Учалы ауылындағы башҡорт гимназияһының IV класында белем ала. Алты йәшенән Учалы балалар сәнғәте мәктәбенә йөрөгән һәләтле малай вокал, фортепиано, ҡурай бүлектәрендә шөғөллә­нергә өлгөрә. Ул Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә генә түгел, халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр еңеүсеһе лә. Былтыр Сочи ҡалаһында уҙғарылған “Роза ветров-2018” сараһында ла беренселекте бирмәне. Ә быйыл ул Бөтә Рәсәй “Йәш таланттар-2019” арт-проектының һайлап алыу этабында академик йыр, эстрада йыры һәм ҡурай номинацияларында өс тапҡыр беренсе урынды яуланы.


Дания Мөхәмәҙиева алты йәшенән ҡаланың 1-се музыка мәктәбенең флейта класында белем ала. “Бишле” билдәләренә генә өлгәшкән ҡыҙ ҡала һәм район кимәлендә уҙғарылған концерт-тамашаларҙа яңғыҙы ла, “Коробейники” өлгөлө рус халыҡ ҡоралдары оркестры коллективы менән бергә лә әүҙем сығыш яһай. Ул да төрлө кимәлдәге саралар лауреаты һәм дипломанты, шул иҫәптән “Урал дуҫтарын йыя”, “Салауат күпере” халыҡ-ара Бөтә Рәсәй, “Тауыш тылсымы” конкурстары еңеүсеһе. Быйыл Дания Бөтә Рәсәй “Йәш таланттар-2019” арт-проектында 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.


Уральск ҡасабаһының балалар сәнғәт мәк­тәбе уҡыусыһы Мират Ғарипов “Һуҡма ҡоралдар” класында шөғөлләнә. Ул Бөтә Рә­сәй “Йәш таланттар” конкурсының, Владимир Спиваков фонды ҡарамағындағы “Тауыш тылсымы” халыҡ-ара бәйгеһе лауреаты. Күп ҡырлы талант эйәһе барабанда, виброфонда, ксилофонда оҫта уйнап ҡына ҡалмай, “Ирәмәл” өлгөлө балалар ансамблендә бейей ҙә.


Әлфинә Фәхретдинова менән Вадим Шушарин иһә спортта ҙур уңыштарға өлгәшеп, Учалыны ғына түгел, бар республиканы данлай. Әлфинә 2014 йылдан ҡаланың балалар спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Ошо арауыҡта ул төрлө кимәлдәге турнирҙарҙа, ярыштарҙа ҡатнаша. Быйыл көрәш һәм самбо буйынса республика чемпионы исемен яуланы, шулай уҡ Рәсәй һәм донъя кимәлендә көрәш буйынса көмөш миҙалға эйә булды. Бынан тыш, ул баскетбол һәм традицион уҡтан атыу менән дә ныҡлап шөғөлләнә.


Вадим Шушарин – кикбоксинг буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Был спорт төрө менән III кластан шөғөлләнә. Ул – Рәсәй беренселеге финалсыһы, Европа кимәлендә лә призлы урын яулай, күп тапҡыр район-республика һәм Волга буйы федераль округында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.


– Учалыла һәләтле, тырыш балалар бихисап. Иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңел булманы. Конкурстың тәүге этабы мәктәптәрҙә, һуңынан район кимәлендә уҙғарылды. Шундай талантлы, маҡсатлы, төбәгебеҙҙе юғары даирәләрҙә лә данлаған уҡыусыларыбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Әлбиттә, бында балаларына дөрөҫ тәрбиә биргән ата-әсәләрҙең, музыка серҙәренә өйрәткән уҡытыусыларҙың, күнектергән тренерҙарҙың өлөшө ҙур, – тине район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: