Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 11:48

Тыныс тормош һағында

Һикһәненсе йылдарҙа улдары армияға алынған егеттәрҙең ата-әсәләре «Афғанстан» һүҙен ҡурҡып телгә ала ине. Ә һуғыштан ҡайтҡандарҙы бөтә ғаилә менән ҡаршы алып, уның турала ҙур ғорурлыҡ менән «Ул Афғанстанда хеҙмәт итте» тиҙәр ине. Йәшел үләндә ялан аяҡ йүгереп үҫкән Табылды ауылы егете Наил Йосопов та (һүрәттә) бала сағында ҡасандыр үҙенә Афғанстандың эҫе ҡояшынан йәшенергә тура килер тип уйлап та ҡарамағандыр.

Ветеринар табиптар Ғәлиә Сәхипгәрәй ҡыҙы менән Тимерғәли Йәдкәр улы Йосоповтар ауылда хөрмәтле ғаиләләр иҫәбендә була. Улар һигеҙ балаға ғүмер бүләк итә, ғаилә башлығы гармунда уйнаһа, әсәләре матур йырлай. Икенсе улдары Наил башҡа балаларҙан тәртибе һәм белемгә ынтылышы менән айырылып тора. Ауылдаштары һөйләүҙәренән ул Өфөлә музыка интернат-мәктәбе булыуы, әле Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхинаның шунда уҡып йөрөүе тураһында ишетә. Оҙаҡ уйлап тормайынса, барлыҡ ижади һәләтен бергә туплап, малай бишенсе кластан һуң унда уҡыуын дауам итергә тигән ҡарарын белдерә ата-әсәһенә. Үҫмер генә булыуына ҡарамаҫтан, көслө рухлы була, ауырлыҡтарҙы үҙ аллы хәл итергә өйрәнә. Был хатта баритон тауышлы музыка ҡоралын һайлағанда ла сағылыш таба. Интернатта тынлы оркестрҙа уйнай, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Һәр эште теүәл үтәй.

1973 йылда Өфө нефть институтының тау-нефть факультетына уҡырға инә. Әммә Наил Тимерғәли улы нефтсе булып эшләмәй. Быға уҡыу йортонда хәрби кафедра булышлыҡ итә, диплом алғанда уға лейтенант званиеһы бирәләр һәм ул Совет армияһы сафына алына. Көнбайыш Украинала, Карпат буйы хәрби округында хеҙмәт итә башлай. 1981 йылда Афғанстанға ебәрәләр. Землянкаларҙа йәшәйҙәр, ялан кухняһы шарттарында ашарға әҙерләйҙәр. Насар һауа шарттары, тонсоу, һыу етешмәү һөҙөмтәһендә һалдаттар төрлө сир менән ауырый. Ҡорһаҡ тифы кеүек ауыр сир өлкән лейтенант Йосоповты ла ситләп үтмәй. Наил Тимерғәли улы ғүмеренең өс йылын таулы заставаларҙа хәрби бурысын үтәүгә бирә. Баграм, Хайратон, Саманган, Пули-Хумри, Ташкуран һәм Ҡабул кеүек төрлө яуаплы урындарҙа ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тура килә. Афған һуғышындағы хәтирәләр, ҡан һәм ҡом, күҙ йәштәре һәм дошмандар, йәш егеттәрҙең иптәштәре өсөн үс алыу теләге менән бәйле мәлдәр әлеге көндә лә уның хәтерендә һаҡлана. «Красная Звезда» гәзитендә шундай эпизодтарҙың береһенә бағышланған мәҡәлә сыға. Унан өлкән лейтенан Йосоповҡа үҙенә ышанып тапшырылған взвод менән дошмандар ут төрткән ҙур янғынды һүндереүҙәре тураһында бәйән ителә. Бындай провокациялар даими булып тора. Афғанстандан һуң уны Иҙел буйы хәрби округына ебәрәләр, ә тиҙҙән тыуған яҡтарына ҡайта.

1984 йылдың яҙында Ҡараяр ауылы эргәһендәге туҡталышта автобустан төшөп ҡала һәм йәйәүләп тыуған ауылы Табылдыға йүнәлә. Ә уйында кеше яҙмыштары, ҡом илендә тауҙар араһында барған ваҡиғалар, шул һуғыштан ҡайта алмаған йәш кенә һалдаттар тураһында. Унда үткән өс йылды тағы бик оҙаҡ хәтерләйәсәк әле.

Тыуған ауылы яҙғы саф һауаһы менән ҡаршы ала, ата-әсәһе уның ҡайтырға тейеш икәнен белһә лә, теүәл генә көнөн әйтмәгән була. Ҡайтып килгән улдарын күргән әсәһе илап ебәрә, ә атаһы ҡунаҡ саҡырырға ҡуша. Өйҙә әлеге шатлыҡлы ваҡиғаны байрам итәләр.

Хеҙмәте тамамланыуға бер йыл ҡалғанда отпуск ваҡытында Наил Нәсимә исемле ҡыҙ менән таныша. Ул Стәрлебашта үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһында эшләй, ә үҙе Ҡыҙыл-Яр ауылында тыуып үҫә. Йәштәр ғаилә ҡора, улдары Урал һәм Илшат тыуа. Наил Тимерғәли улы ғүмер буйына Оборона министрлығы системаһында эшләй. Илеш районы хәрби комиссариатында саҡырыу кампанияһы өсөн яуаплы була. Егеттәрҙе армияға әҙерләй, үҙе һуғыш аша үткән кеше булараҡ, улар өсөн борсола. Тыуған яҡтарынан йыраҡта үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килгән йәш һалдаттарҙы иҫенә төшөрә. Шуға күрә хеҙмәтен теүәл һәм бер үк ваҡытта ҡәтғи үтәй. Артабан Ишембай хәрби комиссариатында хәрби комиссар итеп тәғәйенләнә. 1994 йылда запасҡа сыға, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Ҡораллы Көстәр ветераны, хеҙмәт ветераны, Оборона министрлығы пенсионеры булып тора. Хәрби хеҙмәткәр өсөн ватансылыҡ хистәре бер нисә һүҙ менән аңлатыла торған төшөнсә генә түгел. Был, тәү сиратта, тыуған еренә, ата-әсәһенә булған һөйөү. Бигерәк тә уларға ярҙам кәрәккәндә. Икеһенең дә теләге буйынса ғаилә тыуған яҡтарына ҡайта. Бөгөнгө көндә отставкалағы подполковник рәхәтләнеп баҡса үҫтерә, бер һүҙ менән әйткәндә, ябай пенсионер кеүек йәшәй һәм баш осонда һәр саҡ тыныс күк йөҙө булыуын теләй.


Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Фото ғаилә альбомынан алынды.


Читайте нас: