РТРС федераль телеканалдар менән берлектә телеканалдарҙың аналог төрҙәре логотиптарына өҫтәлгән «А» литералы телесигналды махсус маркалай. Был телевизор ҡараусы сигналды ҡабул итеү ысулын билдәләһен һәм аналог күрһәтеүе туҡтатылғанға тиклем, «цифрға» күсеп өлгөрһөн өсөн эшләнгән.
Телевизор экраны мөйөшөндә телеканал логотибы менән «А» хәрефен күрәһегеҙ икән, был һеҙҙең элекке аналог телевизорын ҡулланыуығыҙ йәки цифрлы сигналды ҡабул итеү режимына күсерелмәгән яңы телевизорҙы ҡулланыуығыҙҙы аңлата. Әленән үк аналог күрһәтеүен туҡтатып, цифрлы телевидениены ҡабул итеүенә әҙерлекте тикшереү зарур. Әгәр һеҙ түбәндәге килтерелгән логотиптар йәнәшәһендә «А» хәрефен күрһәгеҙ, һеҙгә цифрлы телевидение тапшырыуҙарына күсеп өлгөрөргә кәрәк.
1. Телевизор заманса, цифрлы стандарт менән, ә антенна дециметрлы икән, меню аша 20 каналды автокөйләүҙе генә башҡарырға кәрәк.
2. Әгәр телевизор заманса, ә антеннағыҙ иҫке, метрлы икән, уны дециметрлыға алмаштырыу зарур.
3. Әгәр телевизорығыҙ иҫке икән, өҫтәмә рәүештә цифрлы приставка талап ителә.
Телеканалдар логотиптары эргәһендә «А» хәрефе юҡ һәм һеҙҙә егерме йәки унан да күберәк телеканал бар икән, тимәк Һеҙ, цифрлы эфир телевидениеһын ҡарайһығыҙ һәм кабель йәки спутник телевидениеһы операторҙары абоненты булып тораһығыҙ һәм һеҙгә бер нимә тураһында ла борсолорға түгел.
Элегерәк Рәсәйҙең 64 төбәгендә федераль каналдарҙы аналог трансляциялау туҡтатылды. 14 октябрҙә «аналог» тағы ла 21 төбәктә туҡтатыласаҡ.
Электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары материалдарынан.