Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:32

Тәҙрә аҫтында тапҡандар...

12 йәшлек ҡыҙ мәктәптең өсөнсө ҡатынан осоп төшкән. Әлеге ваҡытта ул дауаханала ауыр хәлдә.

Хәл Мәскәү эргәһендәге Лобня ҡалаһында булған. Үткән йомала бер үткенсе мәктәпкә йүгереп ингән дә, тәҙрә аҫтында бала ятҡанын хәбәр иткән. Асыҡланыуынса, ул VI класс уҡыусыһы Света П. булған.


Класташтары әйтеүенсә, ҡыҙ тәүге дәрестәрҙә илап ултырған, әсәһе менән насар билдәләр арҡаһында һүҙгә килешеүен әйткән. Өсөнсө дәрескә барыу урынына коридорҙа ҡалған һәм артабан нимә булыуы билдәһеҙ: Светаны тәҙрә аҫтында тапҡандар.


Класташтары ҡыҙҙы тыныс, ипле тип һүрәтләй. Әммә виртуаль тормошта ул күпкә әүҙемерәк булған. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ысын тормоштан бер генә фото ла юҡ, әммә аниме, виртуаль уйын скриншоттары һәм башҡа атрибуттар тулып ята икән.


Баҡһаң, ҡыҙ стимулятор уйындар менән мауыҡҡан. Унда бөтөнләй икенсе тормош кисерергә мөмкин. Социаль селтәрҙә ҡыҙ виртуаль тормоштағы уңыштары менән даими бүлешеп барған, ә ысынбарлыҡта йәштәштәре менән уртаҡ тел таба алмаған.


Хәл хоҡуҡ һаҡлау органдары күҙәтеүе аҫтында.

Башҡортостан гәзитенән.


Читайте нас: