Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:33

Сүплектәр ябыласаҡ

Таҙа ил” төбәк проектына ярашлы, Башҡортостанда 2024 йылға рөхсәтһеҙ асылған 24 сүплек ябыласаҡ. Был турала экология министры вазифаһын башҡарыусы Урал Искәндәров хәбәр итте.

Йыл башынан алып Өфө һәм Нефтекама хакимиәттәре 16 сүплекте ябыу эшен башланы. Әле 13 сүплек юҡҡа сыҡҡан, уларҙың туғыҙы – Өфөлә, дүртәүһе Нефтекамала урынлашҡайны.


Төбәк проекты нигеҙендә шулай уҡ экологик хәүефте тәшкил иткән өс объектты ябыу күҙаллана. Улар – Стәрлетамаҡ районындағы “Михайловка” сәнәғәт ҡалдыҡтары сүплеге, Баймаҡ районындағы Семеновка алтын сығарыу фабрикаһы һәм әүәлге “Өфөхимпром” предприятиеһы биләмәһендәге шлам туплағыстар.

2024 йылға тиклем сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса 16 комплекс һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса ике объект төҙөү ҡарала. Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса дүрт комплексты берлектә финанслау программаһына ярашлы федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеп асыу, ҡалғандарын төбәк операторҙары тарафынан финанслау иҫәбенә төҙөү планлаштырыла.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: