Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:42

Полиция хеҙмәткәренең бармағын тешләй

Сибайҙа 46 йәшлек ир полиция хеҙмәткәренә һөжүм итә.



Хәл май айында була. Тәртип боҙған өсөн бүлексәгә барырға тәҡдим иткәс, ир ғауғалай башлай: бер нисә тапҡыр хеҙмәткәргә һуға һәм бармағын тешләй. Һуңынан ҡасып ҡотолмаҡсы итә. Тик уны шунда уҡ тотоп алалар.


Әле суд һуғыш суҡмарын алты айға ҡаты режимлы колонияға ултыртырға тигән ҡарар сығарған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: