Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:31

Үҫмерҙе ун йыл тотҡонлоҡта тотҡан педофилға хөкөм сығарғандар

Балаларға ҡаршы енәйәттәр – иң өшәнес һәм ауыр ваҡиғаларҙан. Кисә, мәҫәлән, баш ҡала судтарының береһендә педофил Эдуард Никитинға хөкөм ҡарары сығарғандар. Ул ун йыл буйына урланған малайҙы йәшереп тотҡан, даими көсләгән.

Был ҡот осҡос тарих 2007 йылда башланған. Эдуард Никитин ихатала 9 йәшлек Андрей П. тигән малай менән танышып, уны ҡунырға саҡырған. Ауыр ғаиләлә тәрбиәләнгән, йыш ҡына өйөнән ҡасҡан малай ризалашҡан... һәм тиҫтә йылға тотҡонлоҡҡа эләккән.


Быға тиклем дә 12 йәшлек балаға ҡаршы енәйәт ҡылған өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан Никитиндың коммуналь фатирҙағы бүлмәһенең күршеһендә генә әсәһе йәшәгән. Стена аша ниндәй вәхшилек ҡылыныуын белһә лә, ул полицияға хәбәр итмәгән.


Полиция иһә малайҙы эҙләгән, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индергән. Был осорҙа иһә ул тыуған йортонан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта ғына тотҡонлоҡта булған.


Педофил ҡорбанына уларҙың енси мөнәсәбәттәре дөрөҫ ғәмәл тигән уйҙы һеңдергән, шуға ла Андерей ҡасырға тырышмаған да. Үҫә башлағас, ул төндәрен урамда йөрөп ингеләгән. Шундай бер осорҙа үҫмерҙе полиция туҡтатҡан һәм бүлеккә алып килгән. Кем икәнлеген асыҡлай башлағас, саҡ йығылып китмәгәндәр: был ун йыл элек юғалған Андрей П. бит!


Эдуард Никитин барыһын да һөйләп биргән, ғәйебен таныған. Психиатрия экспертизаһы уны үҙ ҡылыҡтарына яуап бирә тип тапҡан. Вәхши егерме йылға тимер рәшәткә артына оҙатыласаҡ.


Ҡорбаны Андрей реабилитация үткән. Ун йыл эсендә уның әсәһе үлгән, башҡа туғандары юҡ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: