Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:44

Матурлыҡ тыуҙырған оҫталар

Уларҙың хеҙмәтенә Мәскәүҙә лә ихтыяж бар. Һуңғы ваҡытта тимерҙән сүкеп яһалған ҡапҡалар, ҡоймалар, беседкалар, эскәмйәләр модаға инеп китте. Ағастан яһалған әйберҙәр ҙә бик матур, ләкин оҙаҡ һаҡланмауы менән уңайһыҙ, шуға күрә кәртә-ҡураһын бер эшләгәндә оҙаҡҡа етерлек һәм әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торорлоҡ итергә тырышҡандар тимерҙе хуп күрә.

Учалы ҡалаһында урынлашҡан “Форум” йәмғиәте етештергән тимер әйберҙәргә халыҡ араһында ихтыяж ҙур. Предприятиеның төп шөғөлө – металл конструкциялар, төҙөлөш материалдары, тимерҙән сүкеп төрлө ҡорамал яһау.

Йәмғиәт етәксеһе Рөстәм Яппаров Илсе ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Әлфиә Айсей ҡыҙы ғүмере буйы мәктәптә балаларға математиканан белем бирә, әле хаҡлы ялда. Атаһы Рәмил Хөсәм улы оҙаҡ йылдар колхозда механизатор булып эшләй.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1992 йылда мәрхүм була. Ғаиләлә дүрт бала буй еткерә. Балаларын эшһөйәр, ауырлыҡтар алдында юға­лып ҡалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләүгә күп көс һала ата менән әсә. Рөстәм бәләкәйҙән астрономия, лазер технологиялары менән ҡыҙыҡһына, спортты үҙ итә, бигерәк тә волейболды ярата. Йорт-ихата эштәрендә ата-әсәһенең ярҙамсыһы була. Үҫмер сағынан иретеп йәбештереү аппаратында эшләргә өйрәнә. Хәйер, ул ғына түгел, бөтә аймаҡ егеттәре тимерҙе сүкеп, төрлө әйберҙәр яһарға оҫтарып ала, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша.


Мәктәптә лә һынатмаған егет, ҡулына аттестат алғас, Силәбе дәү­ләт техник университетына уҡырға инә. 1993 йылда дипломлы белгес тыуған яҡтарына юллана. Үҙҙәре­нең “Башҡортостан” колхозына механик булып урынлаша. Бер йыл да үтмәй, тырыш, өлгөр егетте металл ҡойоу заводына транспорт цехы начальнигы итеп үрләтәләр. Был вазифала дүрт йыл эшләй.


Етәксе булараҡ та байтаҡ тәжри­бә туплағас, 1998 йылда Рөстәм Рә­мил улы үҙ эшен асырға йөрьәт итә.

– Илебеҙ ул ваҡытта ауыр иҡти­сади көрсөктә ине. Күп банктарҙың банкротҡа әйләнгән, бәләкәй пред­приятиеларҙың ябылған ваҡыты, илдә техник дефолт иғлан ителде. Шуға ҡарамаҫтан, эш башларға тәүәккәлләнем. Әлбиттә, һәр саҡ кәңәштәре менән ярҙам итергә әҙер торған бер туған ағайым Венер, яҡында­рым булмаһа, бындай аҙымды эшләргә йөрьәт итмәҫ инем, – ти әңгәмәсем.


“Химчистка” бинаһында бәләкәй генә урынды ҡуртымға алып, туғыҙ хеҙмәткәр менән эш башлап ебәрә Рөстәм Яппаров. Башлыса тимер­ҙән ябай ғына ҡапҡалар, ҡоймалар эшләү менән мәшғүл булалар. Йылдан-йыл заказдар арта, йәмғиәт иркенерәк урынға күсә, бөтә шарттары булған цех төҙөлә, яңы ҡора­мал­дар һатып алына, эш технологиялары ла камиллаша.

Бөгөн “Форум” йәмғиәтен Учалыла белмәгәндәр һирәк, йүнсел эш башлап ебәргәндән алып заказдар артҡан ғына, уның продук­ция­һына хатта сират барлыҡҡа килгән. Күрше өлкәнән, унан ситтән дә заказдар бар.


– Мәскәү өлкәһенән ҙур завод хужаһы сиркәү манараһы эшләргә заказ бирҙе. 5,70 метрлыҡ диаметрлы көмбәҙҙе бер ай эсендә яһаныҡ. Улай ғына түгел, килешеү шарттары буйынса, заказды алып барып, үҙе­беҙ урынлаштырырға ла яуаплы инек. 73 метр бейеклектәге сиркәүгә көмбәҙ урынлаштырыу мәлен хатта үҙәк телевидениенан да күрһәт­теләр. Хеҙмәткәрҙәре­беҙҙең оҫта­лығы, тырышлығы бары­һын да хайран итте, – тип ғорур­лығын йә­шермәй етәксе.


“Форум” йәмғиәте ҡаланы төҙөк­ләндереүгә лә ҙур өлөш индерә. Учалының бер нисә тапҡыр республикала ғына түгел, хатта ил кимәлендә иң төҙөк ҡала булып танылыуында был предприятие хеҙмәткәрҙәренең дә өлөшө бар.


Ҡала урамдарында семәрләп эшләнгән туҡталыштар, фонарь ба­ғаналары, ҡоймалар, төрлө һындар – ошо оҫталарҙың ижад емеше.


Әлеге ваҡытта йәмғиәт ҡала биҫтәләре өсөн сүп-сар контейнер­ҙарына майҙансыҡтар эшләү менән мәшғүл. Сер түгел, күп урында сүп-сар туҙып, тирә-яҡты бысратып ята. Ошо арала улар тимерҙән эш­лә­неп, ишеге лә булған ыҡсым ғына 52 майҙансыҡ менән уратып алынасаҡ.


Рөстәм Рәмил улы хеҙмәткәрҙәре менән һәр эште етеҙ, сифатлы итеп башҡарырға күнеккән. Семәрле ҡапҡаны, мәҫәлән, бер аҙна эсендә эшләйҙәр, хаҡтар ҙа тешләшмәй, шуға ла заказсылар уларҙың эшенән һәр саҡ ҡәнәғәт.


– Материалды Магнитогорск металлургия комбинатынан, Мейәс, Силәбе ҡалаларынан ҡайтартабыҙ. Семәрле элементтарҙы үҙебеҙ сүкейбеҙ, тимер сыбыҡтарҙы юғары температурала ҡыҙҙырып, кәрәкле формаға бөгәбеҙ.


Тырышлығыңдың емешен күреү – үҙе бер бәхет. Тимер әйберҙәр етештереү эшендә айырым иғтибар деталдәргә бүленә. Мәҫәлән, ҡапҡа йәки ҡойма тулыһынса йыйылған­дан һуң, ошо рәүешле иретеп йә­бештереү йөйҙәре йышыла. Был, матурлыҡтан тыш, кешеләрҙе йәрә­хәт­тәрҙән һаҡлау өсөн дә кәрәк, – тип эш нескәлектәре менән уртаҡ­лаша Рөстәм Рәмил улы.


Етәксе кабинеты стенаһында семәрле ҡапҡа, ҡойма һәм башҡа әйберҙәрҙең фотоларының күпле­генән күҙҙәр ҡамаша, йәмғиәт ихатаһында ла заказсы әйберҙәрҙе үҙ күҙе менән күрһен өсөн төрлө өлгөләр ҡуйылған.


Рөстәм Рәмил улынан иң тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең исем-фамилияларын атауын һораным.

– Бер кемгә лә һүҙ тейҙерерлек түгел, барыһы ла үҙ һөнәрҙәренең оҫталары. Шулай ҙа оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән Альберт Мансуровты, Марат Балташевты, Саша Рухмалевты, Евгений Коневты билдәләр инем һәм, әлбиттә, минең уң ҡулым – бер туған ағайым Венерһыҙ эшем алға бармаҫ ине, – тине әңгәмәсем.


...Әңгәмә тамамланыуға семәрле ҡапҡа эшләтеү маҡсатынан бер заказсы ла килеп инде.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: