- Бер ир эш хаҡын алғас, үҙенә өлөш сығарып, араҡы һатып ала. "Шайтан һыуын", фатирҙарындағы бәҙрәфтә ултырған ацетонды түгеп, һауытына бушата. Йәнәһе, ингән һайын тәмләп сыға. Әммә һиҙгер хәләл ефете уның ҡырын эшен шунда уҡ асыҡлап, иҫерткесте юҡ итә.
Бер ир иһә эш хаҡынан алып ҡалған өлөштө оҙаҡ йылдар урынынан ҡуҙғалтылмай ултырған серванттағы сәйнүккә йәшергән. Һиҙгер танаулы ҡатын уны тиҙ генә табып алып: "Эй, рәхмәт! Аҡса юҡта ҡалай һәйбәт булды!" – ти ҡыуана.
"Бер дуҫым, бахмурҙа кәрәк булыр тип, алдағы көнөн ҡайғыртып, өс һум аҡсаны нәҙек итеп төрөп (өс һум аҡсаның хаҡы булған заман), алюмин бидондың башындағы бөгөлөп торған урынына йәшергән. Бер ни ваҡыттан һуң аҡсаны алайым тип ҡараһа, уның урынында төрөлгән ҡағыҙ торған. Етмәһә, "Һейҙегеңде эс!" – тип яҙып һалған бит бының ҡатыны. Шулай итеп ирҙәр бер-беребеҙгә күңелебеҙҙе бушатабыҙ, – тип тормош мәрәкәләре менән уртаҡлашты Юнир Салауатов.Башҡортостан гәзитенән.