Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:51

Хәлең яҡшымы, клуб?

Халыҡтың мәҙәниәт йорттарынан ситләшеүен ишетеп кенә түгел, күреп беләм. Ауылдарҙа бына тигән клуб эшләй, ошо төйәктә үҫкән республикаға билдәле кешеләрҙең кисәләре йыш үтә. Ә залда йыйып килтерелгән уҡыусылар һәм тиҫтәләгән кеше генә ултыра.

Мәхмүт ауылында гөрләп торған 160 урынлыҡ мәҙәниәт усағы бынан ике йыл элек утта янып юҡҡа сыҡҡан. Шулай ҙа аптырап ҡалмаған ауыл халҡы – байтаҡ йылдар элек амбулатория өсөн төҙөлә башлап, туҡталып ҡалған бинаны матур итеп ремонтлап, биҙәп, бына тигән ял урынына әйләндергән.


– Заманында гөрләп торҙо, – ти мәҙәниәт йорто филиалы етәксеһе Гөлнур Асҡарова. – Беҙҙең халыҡ йыр-моңға, бейеүгә әүәҫ, шөғөлләнер өсөн уңайлы шарттар ҙа бар ине. Шуға ла таланттарыбыҙҙың даны республикаға таралғайны. Ә хәҙер, клуб бәләкәй булғас, Өфө артистары ла беҙҙе онотто.


Төшөнкөлөккә бирелмәгән мәхмүттәр. Бәләкәй генә булһа ла, мәҙәниәт йортонан кеше өҙөлмәй. Яңы аппаратура алғандар, костюмдар тектергәндәр. “Наза” исемле ике фольклор төркөмө эшләй. Бигерәк тә уҡыусылар ихлас йөрөй. “Дуҫлыҡ” балалар бейеү ансамбле “Ирәмәл ынйылары” конкурсында йыш ҡына призлы урындарҙы алып ҡыуандыра. 2016 йылда “Еҙ үксә” бәйгеһендә хатта Гран-при яулағандар.

Бында, әлбиттә, художество етәксеһе Гөлназ Сәғәҙәтованың тырышлығы, халыҡ менән эшләй белеүе ҙур иғтибарға лайыҡ.


Төпкөлдәге халыҡтың район үҙәгенә йәки баш ҡалаға концерттарға, театрҙарға барыу мөмкинлеге сикләнгән, шуға ла мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәренең уңғанлығы менән бында күңелле йәшәргә тырышалар. Мәхүбә Һибәтуллина, Сәлиә Ураҙаева, Рәсилә Ғәниева, Гөлсирә Иҫәнғолова, Фәрхәнә Вәлиуллина, Әлмира Ғатауллина, Әнисә Әбдрәхимова, Наилә Мостафина, Айгөл Яруллиналар әүҙем. “Аҡбуҙат” драма түңәрәге үҙенең спектаклдәре менән ауыл халҡын һөйөндөрөп тора.


Мәҙәниәт йорто – уртаҡ ҡыҙыҡһыныуы булған кешеләрҙең йыйылып, күркәм ял итеүе урыны ул. Һәр кемдең күңеленә ятҡан шөғөлдө генә табырға кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, етәкселәрҙән тырышлыҡ, фантазия талап ителә. Тап шундай матур сифаттарҙы күрҙем Мәхмүттә.Башҡортостан гәзитенән.


Читайте нас: