Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 12:10

Ел-дауыл эҙемтәләре

Уҙған кесаҙна көн көслө дауыл булды. Елдең көсө секундына 22 метрға тиклем етте. Ул ағастарҙы һындырҙы, реклама щиттарын ауҙарҙы, биналарға, автомобилдәргә зыян килтерҙе. Тотош республика буйынса көн дауамында ағастар ауыуҙың 63, реклама щиттарын алып ташлауҙың 10 осрағы теркәлде, 9 автомобилгә, электр линиялары бағаналарына, бер йәмәғәт транспорты туҡталышына зыян килгән һәм тиҫтәләгән урында электр энергияһы өҙөлгән.

Тәбиғәт ғәрәсәте беҙҙең районды ла ситләп үтмәне. Йәшергән ауылында урындағы мәктәп ҡаҙанлығының түбәһенә зыян килгән. Уны икенсе көнгә үк тәртипкә килтергәндәр. Район үҙәгендә, гәзит редакцияһы һәм дәүләт аптекаһы биналары араһында ел ҡайын ағасын ауҙарҙы. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ килеп, зыянды эҙемтәләрен бөтөрөргә тотондо - 1-1,5 сәғәт үтеүгә ауған ағасты киҫеп, тейәп алып киттеләр. Иң ҙур зыян 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенә килтерелгән, унда тимер ихатаның һәм бина түбәһенең бер өлөшө зыян күрҙе. Уҡыусылар эвакуацияланды, дәрестәр туҡтатылды.

Район үҙәгенең Колхоз урамында шәхси хужалыҡтарҙың береһендә көслө ел аҙбар түбәһен алып ташлаған, шулай итеп, хужа ҙур матди зыян күргән.

Дауыл район энергетиктарына ла күп мәшәҡәттәр килтерҙе. Көслө ел һөҙөмтәһендә электр үткәргестәре өҙөлгән. Белгестәр бригадаһына электр линияларындағы аварияларҙы бөтөрөү өсөн бик күп көс һалырға тура килде.

Йома көндө район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов ҡатнашлығында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте, унда хакимиәт башлығы барлыҡ хеҙмәттәрҙең берҙәм һәм етеҙ эш итеүен билдәләне. Ултырыш барышында авария-төҙөкләндереү эштәре буйынса саралар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Ял көндәрендә мәктәп түбәһе яңыртылды. Бында «SNH Group» йәмғиәтенең Генераль директоры Дамир Шәвәлиев ҙур ярҙам күрһәтте, район етәкселеге уға рәхмәт белдерҙе.

Дүшәмбе көн дәрестәр расписание буйынса дауам итте.

Фаягөл ЙОСОПОВА.
Читайте нас: