Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:48

Беҙҙекеләр ниндәй ҡорал менән һуғышҡан?

Башҡортостандың Милли музейында “Ҡорал һәм Еңеү ҡоралсылары” тип аталған сара үтте.

Унда Әхмәт Дәүләтов исемендәге Өфө һөнәрселек һәм сервис колледжы уҡыусылары ҡатнашты. Улар Ҡыҙыл армияның Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы атыу ҡоралдары, ҡорамалдары менән танышты – күптәренең авторы Рәсәй һәм совет инженер-конструкторҙары, ҡоралсылар.


Күргәҙмәлә күп ҡоралдарҙың төп өлөштәре күрһәтелгән. Был сара барышында балалар Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы белемен тағы ла нығытты, сөнки ҡорал менән бергә Башҡортостан халҡының ҡаһарманлығы, ошо яуҙағы ғәййәрлеге, тылдағы хеҙмәте тураһында ла ишетте.


Әйткәндәй, был күргәҙмә мәҙәни-уҡытыу сараһы булараҡ ойошторола, уға алдан яҙылырға кәрәк. Дәрестең оҙонлоғо 45 минут. Уға 8 (347) 272-49-52 телефоны буйынса яҙылырға була (туған яҡ тарихы бүлеге). Аҙаҡ музейҙы үҙаллы ҡарап сығыу мөмкинлеге ҡаралған.



Читайте нас: