Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 16:30

«Беҙҙең фатирҙа ла хәҙер йылы», - тиҙәр тағы ла алты ике ҡатлы йортта йәшәүселәр

Йәкшәмбе район үҙәгенең һәм Первомайский ауылының ике ҡатлы йорттарына, балалар баҡсаларына, социаль мәҙәни көнкүреш объекттарына күптән көткән йылы бирҙеләр. Һәм шунда уҡ фатирҙарҙа һәм офистарҙа ғына түгел, күңелгә лә йылы һәм рәхәт булған кеүек тойолдо. Ә алты муниципаль ике ҡатлы йортта йәшәүселәр, шулай уҡ, быйыл көҙ үҙ фатирҙарында йылыны көйләү мөмкинлегенә эйә булды.

Бының ни тиклем уңайлы булыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Үҙем беләм. Уҙған йылда беҙҙең Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 9 һанлы йортҡа ла шәхси йылытыу индерҙеләр. Һәм ошо көҙгө һыуыҡ көндәрҙә, күптәр өшөп йөрөгән саҡта, беҙ газ ҡаҙандарын тоҡандырып, йылыға рәхәтләндек.

Ошондай уҡ ҡаҙанлыҡтар ҡуйырға планлаштырылған һуңғы алты йортта йәйен эштәр тулы көскә барҙы, ә ошо көндәрҙә уларҙы газ үткәргескә тоташтырҙылар. Биш йортта эштәр бер аҙ иртәрәк тамамланғайны.

- Ағымдағы йылда Ленин урамының 86, 90, 92, 96, Мәктәп урамының 2 һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамының 3 һанлы йорттарын шәхси йылытыуға күсерергә планлаштырғайныҡ, - ти райондың баш архитекторы Марат Ибраһимов. - Эштәр йылытыу миҙгеле тамамланыу менән башланды. «Башкоммунприбор» йәмғиәте проектлау менән шөғөлләнде, «САНТЕК» йәмғиәте подрядсы булды. Иҫке һәм яңы йылытыу системаларҙы демонтжалау һәм монтажлау эштәре оптималь сроктарҙа башҡарылды. Шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә радиаторҙар, торбалар, газ ҡаҙандары (әйткәндәй, һәйбәт сифатлы) газ плитәләре килтерелде... Шул уҡ ваҡытта, эштәрҙе ваҡытында тамамлар өсөн, фатир хужалары ла беҙҙең үтенескә, ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарға һәм мәшәҡәттәргә, түләүгә, ул, әйткәндәй, ҡоролмалар һәм эштәр хаҡынан 10% ҡына тәшкил итте, яуаплы һәм аңлап ҡарауҙарын талап иттек. Был да бик мөһим. Сөнки, мәҫәлән, шәхси йортта йәшәүселәр йорттарын газ менән тьәмин итеү өсөн 100% түләй. Ә был 70-100 мең һум тирәһе һәм күберәк тә. Айырма шаҡтай ҙур ғына. Шуға күрә, газ менән тәьмин итеү программаһына инеүселәр иң бәхетле кешеләр тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.

... Хәҙер йылытыуға күсеүгә бәйле мәшәҡәттәр артта ҡалды. Ике блоклы ҡаҙанлыҡ эшләй башланы, улар уҙған йылда төҙөлә башлаған. Иҫке ҡаҙанлыҡ, Марат Әхмәтфәйез улы һүҙҙәренә ҡарағанда, эшләй, әммә әлеге мәлдә туҡтатылған.

Ленин урамы, 92 һанлы йортта йәшәүсе Наилә ВӘЛИЕВА: «Тәүҙә, йылытыуҙы оҙаҡ эшләрҙәр, өй бысраныр тип ҡурҡтыҡ, әлбиттә. Әммә юҡҡа борсолғанбыҙ. Март айында эшселәр стеналарҙы быраулай, яңы ҡаҙанлыҡтар, торбалар ҡуя, төтөн юлдарын таҙарта башланы..., һуңынан - иҫке системаны һүттеләр. Барыһы ла тиҙ, таҙа, бөхтә башҡарылды. Беҙ хатта көтмәгән инек тә. Һәм «САНТЕК» йәмғиәте етәкселеге менән осрашыу булғас бының өсөн ҙур рәхмәт белдерҙек. Район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса элекке урынбаҫары Ильяс Ибәтуллинға һәм көн һайын эштәр барышын тикшереп торғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Әгәр ниндәйҙер етешһеҙлектәр булһа борсола ине.

12 сентябрҙә йылылыҡты ебәрергә рөхсәт бирҙеләр. Шул ваҡыттан алып, ябай ғына итеп әйткәндә, рәхәтләнәбеҙ. Шул тиклем уңайлы һәм яҡшы. Өйөбөҙҙә йылы һәм рәхәт булһын тип тырышҡандарҙың барыһына ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Бынан да яҡшыраҡ итеп әйтеп булмай. Һәм был берҙәм эшкә иң яҡшы баһалыр, моғайын.

Рәйсә МУСИНА.
Читайте нас: