Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 15:47

Балалар меңәрләп юғала...

Уйлап ҡарығыҙ: ағымдағы йылдың беренсе яртыһында илдә 8383 бала юғалған!

2018 йылғы күрһәткестәргә килгәндә, 13 683 бала юғалғанлығы теркәлгән. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Ведомство етәксеһе Александр Бастрыкин һүҙҙәренсә, осраҡтарҙың күбеһендә, ҡыуанысҡа күрә, балалар табыла, уларҙың ҡайҙалығы асыҡлана. Әлеге ваҡытта 98-енең ҡайҙалығы билдәһеҙ.


Йышыраҡ бәлиғ булмағандарға бәйле ошондай хәлдәр Мәскәү, Свердловск, Түбәнге Новгород, Иркутск өлкәләрендә, Красноярск, Ставрополь крайҙарында була икән.


Бастрыкин әйтеүенсә, халыҡты балалар юғалыу осраҡтары тураһында тулы һәм сифатлы рәүештә мәғлүмәт менән тәьмин итеү фарыз, шулай уҡ эҙләү менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәрҙең дә квалификацияһын күтәрергә кәрәк.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баларҙың юғалыу осраҡтары йылдан-йыл арта. Төп сәбәптәр, ғәҙәттә – өлкәндәрҙең битарафлығы һәм иғтибарһыҙлығы.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: