Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Сентябрь 2019, 16:24

Йылытыу миҙгеле ҡасан башлана?

23 сентябрҙән бөтә райондарҙағы йорттарға һәм социаль объекттарға йылы бирелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров йылытыу миҙгелен башлау тураһында күрһәтмә бирҙе.

Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев хәбәр итеүенсә, 23 сентябрь иртәһендә Башҡортостандағы 45 район йорттарында ғына йылы бирелде. Йылытыу миҙгеле Әлшәй, Ауырғазы, Благовар, Ейәнсура, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәсетле, Хәйбулла райондарында әле башланманы. Өфөлә иһә уҙған аҙнала ҡайһы бер социаль объекттар йылылыҡ менән тәьмин ителгәйне, тулыһынса был эш дүшәмбе башланды.
Читайте нас: