Бер ир шылтыратып, өйҙө алырға теләген белдерә һәм аванс күсереү өсөн банк картаһының реквизитын һорай. Уны-быны аңламаған ҡатын ир ҡушҡанса эшләй һәм һөҙөмтәлә иҫәбендәге 80 мең аҡсанан ҡолаҡ ҡаға. "Һатып алыусы"ның телефоны шунда уҡ яуап биреүҙән туҡтай.