Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Сентябрь 2019, 16:22

Лимондың ун төрлө файҙаһы

Был цитрус емешенең кеше организмы өсөн файҙаһын, уның витаминдарға бай булыуын, иммунитетты күтәреүен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Һалҡын тейгәндә, тымаулағанда лимонлы сәй эсеү генә лә хәлде еңеләйтеп ебәргәндәй. Ҡояш ише һары ғына булып өлгөргән был емеш кәйефте күтәреү һәләтенә лә эйә. Лимондың файҙалы яҡтарын белгән хужабикәләр уны көнкүрештә лә киң ҡуллана. Бөгөн шуларҙың бер нисәүһенә туҡталып үтәйек.

1. Лимон сәйнүктең юшҡынын яҡшы таҙарта. Бының өсөн сәйнүккә һыу ҡойоп, бер ус ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡабығы һалығыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң һүндереп, бер-ике сәғәт тотоғоҙ һәм йыуып түгегеҙ. Әгәр сәйнүктә юшҡын ҡалын булһа, был эште бер нисә тапҡыр ҡабатларға тура киләсәк.


2. Микротулҡынлы мейестең ситтәренә сәсрәгән майлы, башҡа төрлө таптарҙы йыуып бөтөрөү – бик үк еңел эш түгел. Был осраҡта ла лимон ярҙамға килер. Микротулҡынлы мейес өсөн тәғәйен һауытҡа һыу һәм бер лимон ҡабығын турап һалығыҙ ҙа иң көслө режимға ҡуйып, 5 минут эшләтеп алығыҙ. Артабан мейесте таҙа итеп һөртөп алаһы ғына ҡала.


3. Ҡулланғандан һуң ҡалған лимон ҡабығы менән сүп-сар биҙрәһенең төбөн, ситтәрен ышҡып, шунан һуң ғына ташлағыҙ. Берҙән, бактерияларҙы үлтерһә, икенсенән, насар еҫтән ҡотолорһоғоҙ.


4. Ҡышҡы йылытыу миҙгелендә бүлмәләрҙә һауа эҫе, ҡоро була. Уны аҙ ғына сафландырыу, дымлылыҡты арттырыу өсөн лимон ҡабығы һалып һыу ҡайнатығыҙ ҙа, аҙ ғына утта тотоп, бер аҙ быу сығарып алығыҙ. Әммә быны кискеһен, айырыуса йоҡлар алдынан эшләү кәңәш ителмәй, сөнки лимондан таралған эфир майҙары организмды ҡуҙғытып ебәрәсәк һәм йоҡларға ҡамасаулаясаҡ.


5. Лимондың бактерияларҙы үлтереүгә һәләтлелеге күптән билдәле. Кухняла ҡулланылған таҡталарҙы, башҡа ҡорамалдарҙы таҙалыҡта тотоу өсөн уларҙы эҫе һыуға тығып алып, лимон киҫәге менән ышҡығыҙ. Бер нисә минутҡа ҡалдырғандан һуң крандан аҡҡан һыу аҫтында йыуығыҙ.


6. Лимон ҡабығын аҡ өлөшөнән тыш киптерегеҙ ҙә, блендер йәки кофе машинаһында онтаҡ яһап алығыҙ. Был магазиндарҙа һатылған һәм күп кенә рецепттарҙа ҡулланылған лимон экстрактын алмаштырыр. Мәҫәлән, өйҙә бешергән ғәҙәти печеньеға әлеге онтаҡты өҫтәһәгеҙ, ул тәғәмегеҙгә ҡабатланмаҫ тәм өҫтәр.


8. Лимон ҡабығына шәкәр ҡушып бутап, бер нисә көнгә “онотоп” тороғоҙ. Был ҡатнашма лимонлы, шәкәрле сәй эсергә яратыусыларға бына тигән әҙер тәмлекәс буласаҡ.


9. Тәндең терһәк, тубыҡ, табан кеүек ҡаты өлөштәрен йомшартыу өсөн ярты лимонға аш содаһы өҫтәп, скраб яһап алығыҙ. Тирене ипләп кенә ошо тәбиғи ҡатнашма менән ышҡығандан һуң йылы һыу менән йыуып, ҡоротоп, туҡландырыусы крем һөртөгөҙ. Табандарҙы йоҡлар алдынан эшкәртеп, йомшаҡ ойоҡ кейеп ятһағыҙ, һөҙөмтә бермә-бер яҡшыраҡ булыр.


10. Ә инде тәндең башҡа өлөштәре өсөн тәғәйен скраб түбәндәгесә эшләнә: ярты стакан шәкәргә ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән бер лимон ҡабығы ҡушып, самалап зәйтүн майы өҫтәргә. Ҡатнашма ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Душ ҡойонған мәлдә йәки мунсала еүеш тәнегеҙҙе ошо шифалы скраб менән еңелсә ышҡыһағыҙ, ул йомшарып, алһыуланып китер.
Читайте нас в