Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Сентябрь 2019, 16:33

ЭКО менән яман шеш араһында бәйләнеш бармы?

Был һорау буш урындан барлыҡҡа килмәне. Билдәле актриса Анастасия Заворотнюктың әлеге сирен (мейе яман шешен) тап ЭКО процедураһы эшләтеү менән бәйләй бит ҡайһы берәүҙәр.

Бынан бер нисә йыл элек шулай уҡ мейе яман шеше сиренән вафат булған Жанна Фриске ла ЭКО яһатҡайны. Шуға күрә кешеләрҙә урынлы һорау тыуа: әллә, ысынлап та, яһалма аталандырыу ошо ҡурҡыныс сиргә килтерәме?


Был һорауға яуапты белгестәр бирә. Тәүҙә шуға аныҡлыҡ индерәйек: ЭКО тигәндә, организмды был процедураға әҙерләү өсөн гармондар индереү һәм башҡа медицина стимуляциялары тураһында һүҙ барасаҡ.


Шулай итеп, яуап ошолай: юҡ, ЭКО менән яман шеш араһында бәйләнеш юҡ. Был турала дөйөм донъя медицина статистикаһы ла, табиптарҙың тәжрибәһе лә һөйләй. Белгестәр быны аныҡ факттар менән дәлилләй. Әлеге процедураны яһауға 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ошо арала 40 миллион самаһы ҡатынға ЭКО яһалып, 10 миллионы бала табыуға өлгәшкән. Был ҡатындар араһында яман шеш, айырыуса мейенең яман шеше менән сирләп китеүселәр артыҡ күп түгел, дөйөм күрһәткестәр кимәлендә һаҡлана.


Бында хәүефте яһалма аталандырыуҙың түгел, ә, ғөмүмән, ауырға ҡалыуҙың тыуҙырыуы ихтимал. Организм ҙур көсөргәнеш кисерә. Айырыуса өлкән йәштәге ҡатындарҙыҡы. Анастасия ла бит ҡыҙын 48 йәшендә тапты. Ауырлы саҡта ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһы ерендә проблема бар, шул килеп сығыуы ихтимал. Хатта йөккә уҙыр алдынан тикшерелеү ҙә хәүефте күрһәтмәйәсәк. Шуға күрә тап ауырға ҡалыу менән яман шеш араһында бер ни тиклем бәйләнеш бар тип әйтергә була.


Анастасияға килгәндә, әле уны реанимациянан палатаға күсергәндәр. Ул команан сыҡҡан һәм үҙаллы тын ала. Табиптар пациентты артабан нисек дауалауҙы хәл итә.
Читайте нас: