Уның барышында илдә дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һаны бер нисә тапҡырға кәмейәсәк, тип көтәлә. Ҡалғандарҙың иһә эш хаҡы күтәреләсәк. Әгәр ҙә ҡыҫҡартыуҙарҙан баш тартырға тура килһә, ти белгестәр, эш хаҡы инфляцияға ҡарап индексацияланасаҡ, йыл һайын бының өсөн ҡаҙнанан 100 миллиард һум китеп торасаҡ.
Әммә реформаның тәүмаҡсаты эш хаҡын экономиялау ғына түгел. Икенсе этапта дәүләт аппараты структураһын камиллаштырыу күҙаллана. Мәҫәлән, министерство һәм ведомстволарҙың төбәк бүлексәләре эреләтеләсәк һәм филиалға әүереләсәк. Уларҙа ойоштороу, мәғлүмәт, документация әҙерләү, финанс-иҡтисади, административ-хужалыҡ йүнәлештәре буйынса эшләгән бүлектәр бөтөрөләсәк.
Илдең Финанстар министрлығы әле йыл башында уҡ һәр унынсы федераль чиновникты һәм төбәктәрҙәге чиновниктарҙың 15 процентын ҡыҫҡартырға кәрәк, тип белдергәйне. Әммә йылдан-йыл уларҙың һаны арта ғына бара. Мәҫәлән, 2017 йылда дәүләт хеҙмәткәрҙәре армияһы 1,2 процентҡа артҡан һәм ике миллионды үтеп киткән. Унан тыш, ведомстволарҙың вәкәләттәрен ваҡлау сәбәпле дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеге кәмей, сығымдар арта.