Сара «Премьера» моделдәр агентлығы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары менән башланды. Араларында кескәй генәләре лә булған моделдәр сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотто. ҡасандыр үҙенең тәүге аҙымдарын Арсен да улар менән бергә яһаған.
«Минең өсөн был ижади кисәгә килеү бик ҡыуаныслы, – тип башланы һүҙен «Премьера» моделдәр мәктәбенең етәксеһе Ирина Ковалева. – Арсендың карьераһы беҙҙең агентлыҡта башланды. Ул тәүге ваҡытта башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылманы, ләкин ундағы кеүек эшкә етди ҡарашты мәктәпкә тиклем йәштәге балаларҙа осратҡаным юҡ ине. Һәм был күренеш ҙур еңеүҙәргә килтерҙе. Арсен бөгөн моделдәр мәктәбе подиумында матур профессиональ дефиле генә түгел, ә шәхестең ижади үҫеше лә икәнлеген иҫбатлай».
Рәсәй, Европа бәйгеләре еңеүсеһе Арсен Еникеев үҙенең тәүге еңеүен – «Йыл джентльмены – 2008» титулын бынан өс йыл элек, алты ғына йәшендә яулай һәм был уға яңы үрҙәргә ынтылыуҙа беренсе аҙым булып тора. Ә артабан малай бер-бер артлы «ЮНЕСКО-ның гәлсәр тажы», «Рәсәйҙең Аҡ тажы», «Татарстандың гәлсәр тажы», «Татарстандың сапфир тажы», «Европа мистеры – 2009», «Европаның зөбәржәт тажы», «Уралдың гәлсәр тажы», «Донъяның гәлсәр тажы», «Донъяның алтын тажы» тигән һәм башҡа исемдәр эйәһе була.
Арсен шулай уҡ милли костюмдар конкурстарында ла еңгән. Кисәлә ул башҡорт кейемендә, биленә ҡурайын ҡыҫтырып, дәртле бейеү башҡарыуы менән күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитетының төп белгесе Людмила Богуславская уға «Милли мәҙәниәттәр популярлаштырыуҙа ижади уңыштары өсөн» диплом тапшырҙы һәм ҡурай бүләк итте.
Күп бәйгеләр еңеүсеһе Арсен Еникеев Лос-Анджелес ҡалаһында «Колибри» халыҡ-ара йәш таланттар конурсында ҡатнаша. Унда Рәсәй һәм БДБ илдәре өсөн сығыш яһап, еңеүсе тип табыла һәм Америка балалар академияһының актерлыҡ бүлегенә уҡырға алына. ҡасандыр был мәктәпте уның кумиры – поп-музыка короле Майкл Джексон да тамамлаған. Арсен да үҙен сәхнәлә яратҡан йырсыһы кеүек тота. Сығыштарында ул «лунная походка»ға һәм яратҡан йырсыһының йырҙарын башҡарыуға төп урын бүлде. Хатта Америкала ла уны «Майкл Джексон» тип атап йөрөтәләр икән.
Арсен Еникеев, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, күп уңыштарға өлгәшкән һәм был уның карьераһының башы ғына әле. Киләсәктә малай Голливудҡа барырға йыйына. Уның менән ғорурланыуҙары хаҡында әлеге ваҡытта Арсен уҡыған 5-се мәктәптең уҡытыусылары үҙҙәренең сығыштарында әйтеп үтте.
Афарин, Арсен! Йәшлек гәзитенән. 19.02.2011 йыл.