Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Сентябрь 2019, 12:02

Биш хәҡиҡәт

Тормошта осраған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр, психиканы тотороҡло һаҡлар өсөн 5 хәҡиҡәтте ҡабул итергә кәрәк. Шунһыҙ йәшәүе бик ҡатмарлыға әйләнә. Был хәҡиҡәттәр күптәнән башҡалар тарафынан раҫланған.

1. Барыһы ла үлә.

Үлем тәбиғи һәм ҡотолғоһоҙ. Хәүефле шөғөлдәр менән булышып, тәмәке тартып, араҡы эсеп, уны тиҙерәк яҡынайтырға йәки сәләмәт йәшәү рәүешен алып барып, ахырҙы аҡрынайтырға ла мөмкин. ләкин һөҙөмтә һәр саҡ бер үк.


Ошо ябай булмаған хәҡиҡәтте аңлау яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын еңелерәк кисерергә ярҙам итеп, һәр мәлдең ҡәҙерен белергә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә өйрәтә.



2. Бер кем бер кемгә бер ни тейеш түгел.

Кемдәндер йәки тәбиғәттән, дәүләттән бәрәкәт, ярҙам, аҡса һ.б. көтөп ятыу, талап итеү - буш шөғөл.


Байлыҡҡа, муллыҡҡа, танылыуға ирешер өсөн мотлаҡ көс түгергә, уҡырға, эшләргә, тырышырға, ваҡыт, энергия сарыф итергә кәрәк.



3. Һәр кем үҙ тормошо өсөн үҙе яуаплы.

Уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа тырыш хеҙмәттең, эшмәкәрлектең йәки ялҡаулыҡтың, бер ни эшләмәй тик ятыуҙың һөҙөмтәһе.


Алама нәҫелгә, бала саҡта дөрөҫ тәрбиәнең етмәүенә, ата-әсәнең күп нәмәне биреп еткермәүенә һылтаныу ялҡаулыҡты, ихтыярһыҙлыҡты ғына ҡылыҡһырлай.



Тормошҡа, ата-әсәгә, күршеләргә, хөкүмәткә һ.б. зарланыуҙан туҡтап, ниһайәт, өлкәнәйергә, тормошоң өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға ваҡыт.



4. Һәр кем ауыртмаған яғына ята.

Һәм бының өсөн кемделер ғәйепләү - аҡылһыҙлыҡ. Изгелекле ата-әсәнән башҡа тағы кем һеҙҙең именлекте үҙенекенән өҫтөн ҡуйыр икән?


Шуға ла башҡаларҙың ҡылығы нисек кенә йәмһеҙ тойолмаһын, бының өсөн көйөп, нервыларығыҙҙы бөтөрмәгеҙ - ул ни бары ауыртмаған яғына ятҡан.



5. Кеше барыһына ла оҡшарға тейеш түгел.

Хатта иң һөйкөмлө кешене лә күрә алмаусылар, уға көнләшеүселәр, аяҡ салыусылар була. Яуыздарға, көнсөлдәргә ҡаршы көрәшергә лә мөмкин, тик дөрөҫ һығымта яһап, уларҙан алыҫыраҡ йөрөп, кинәнеп йәшәү яҡшыраҡ түгелме?


Ошо хәҡиҡәттәрҙе иҫтә тотоп, ҡатмарлы хәлдәрҙән дә еңеүсе булып сығырға мөмкин.
Читайте нас в