Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Сентябрь 2019, 08:25

«Бейеү яһалмалыҡты яратмай»

Руслан Сөләймәнов Стәрлетамаҡ бейеү театры солисы. Коллективта ул ойошторолған көндәрҙән алып эшләй. Күренекле хореография оҫталары Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫкән егетте баҫҡанында ут сәсеп, осҡон уйнатҡан һәләтле бейеүсе тип таныһа, тамашасы уны ихласлығы, таланты өсөн үҙ итә. Әйткәндәй, төбәк һәүәҫкәр бейеүселәргә бай булһа ла, Руслан – профессиональ сәхнәлә бейегән берҙән-бер бейеүсе.– Руслан, һүҙҙе бала сағыңдан башлайыҡ. Нисә йәштә бейей башланың?

– Өс малай үҫтек, мин – уртансыһы. Әсәйем Любовь Марковна – украин ҡыҙы, Воронеж яғынан. Атайым Сәлмән Хәйбулла улы менән өлкәнең педагогия академияһын тамамлап, ауылыбыҙға уҡытырға килгәндә танышҡан. Килен булып төшкән ерендә атайыбыҙ менән хәҙер инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу башҡорт йолаларын, телен үҙ итеп донъя көтә. Бейергә атайым өйрәтте. Ул үҙе гел генә үҙешмәкәр концерттарҙа ҡатнаша торғайны. Атайыма бейеү ене, моғайын, олатайымдан ҡағылғандыр – ул әрмелә хеҙмәт иткәндә Сызрандәге хәрби ансамблдә бейегән. Яҡшы хәтерләйем, урыҫ бейеүҙәрен бик шәп башҡара ине. ҡунаҡ йыйылһа, алдан уҡ әҙерләп ҡуйыл­ған ялтыр туфлиҙарын кейеп алып, бейергә төшөп китә. Атайым ике йәш айырмаһы булған ағайым менән мине: «Кеше алдында оят булмаһын, бейей алмай тормағыҙ», – тип, көсләп тигәндәй өйрәтте. Шунан әкренләп түңәрәктә шөғөлләнә башланым. Һоҡланғыс бейеү оҫтаһы Йәүҙәт Бикбирҙин менән осрашыуым бөгөнгөләй күҙ алдымда. Ул беҙгә 1989 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтовтың йыйынын үткәрер алдынан «ҡурай» композицияһын ҡуйғайны. Мәктәпте тамамлап, тура Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына юл тотһам да, мотлаҡ бейеүсе булам, тигән уй юҡ ине.

– Бейеүсе булмаһаң, ниндәй һөнәрҙе һайлаған булыр инең?

– Яҙа баҫып, аяҡты һындырып ултыр­ған бер яҙ нәҡ себеш моронлаған мәлгә тура килде. Шулай ҡаҙ бәпкәләрен көткән саҡта үҙ аллы баянда уйнарға өйрәндем. Билдәле ҡурайсы, талантлы педагог Нурғәле Кейекбирҙин серле музыка ҡоралының нескә серҙәренә төшөндөр­ҙө. Ул – ҡурайҙы үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәрҙән. Әнис Әптикәев, Марсель Сәйетов, Илшат Солтанов, Солтан Гәрәев, Азамат Асаинов, Илгиз Исламғолов кеүек оҫталарҙың барыһы ла – уның уҡыусылары. Ниндәй йүнәлеште һайлай алмай аҙапланғанда кемдер берәү, баянсыға уҡыһаң, бейеүҙе алып бара алмаясаҡһың, ә бейеүгә барһаң, баянда ла уйнарһың, тип кәңәш бирҙе. Шуға күрә, бейеүсе булмаһам, моғайын, музыкант булыр инем, тим.

– Стәрлетамаҡта бейеү театры асылыуы күңелдә ниндәй яҡты уйҙар ҡалдырҙы икән?

– Беренсе курста уҡығанда Хәлил ағай Ишбирҙин Стәрлетамаҡҡа бейеү театры асырға килде. Класс етәксебеҙ Рәлиф Хафиз улы Сафиуллин беҙҙе – Иҙел Дауытов, Марсель Шәйәхмәтов, Салауат Сәйғәфәровты һәм мине Хәлил ағайға күрһәтте. Шулай башланды бейеү театрындағы тормош. Көнө-төнө бейеү залынан сыҡмай шөғөлләнәбеҙ. «Юғалып» торған саҡта техникумда Рәлиф ағайыбыҙ төп таяныс була белде.

Иҫләһәң, ҡыҙыҡ... Эшкә урынлашҡас, хеҙмәт кенәгәһе асып, икенсе категория балет артисы, тип яҙып ҡуйҙылар. Беҙ бала-саға булғанбыҙҙыр инде, етәксебеҙҙән: «Хәлил ағай, нисек инде, беҙ бейейбеҙ, шуның өсөн аҡса ла аласаҡбыҙмы ни?» – тип аптырап һорайбыҙ. Сәхнәгә атлығып торғас, бейеүҙе эш тип һанамағанбыҙҙыр инде. Остазыбыҙҙың һәр хәрәкәтенә, һәр һүҙенә иғтибарлы булдыҡ. Тәүге бейеүебеҙ – «Ирәндек бөркөттәре» менән Рәшиҙә Туйсинаның алтын юбилейына килеп, Өфө тамашасыһы алдында сығыш яһаныҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш булып тойолдо.

– Дандан башығыҙ әйләнмәнеме?

– Шул мәлдә баш әйләнһә, беҙ остазыбыҙҙың да, үҙебеҙҙең дә ҡомарҙы һүндерер инек. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙҙе башта бигүк үҙһенмәүселәр ҙә булды. Башҡорт бейеүен дөрөҫ бейемәйһегеҙ, тип тәнҡитләй торғайнылар. Шул уҡ ваҡытта, тотош илдә үҙгәртеп ҡороу башланған ул йылдарҙа, Хәлил ағай ижад иткән бейеүҙәр тамашасы күңеленә сәм, рух өҫтәне. Халыҡ бигерәк тә тарихи бейеүҙәрҙе яратып ҡабул итте. ҡыҫҡаһы, көслө темперамент, тәрән хис һалынған бейеүҙәребеҙ аша тамашасыбыҙҙы таптыҡ, үҙебеҙҙе таныттыҡ. 1991 йылда шөғөлләнә башлаһаҡ та, бейеү театрының исем туйын бер йылдан һуң ғына үткәрҙек. Бер йыл буйы залдан сыҡмай бейенек, программа әҙерләнек.

– Бейеү – тамашасының күңеленә үтеп ингән, хатта оҙон нотоҡтарҙы алмаштырыусы сәнғәт, тигән фекер менән килешәһеңме?

– Ысынлап та, бейеү яһалмалыҡты яратмай. Бейегәндә уй-кисерештәр, хис-тойғолар ташҡын кеүек урғылып сыға. Үҙем профессиональ бейеүсе булһам да, милләтенең хореографияһын тик ошо халыҡ вәкиле генә еренә еткереп башҡара ала, тигән ҡараштамын. Техник йәһәттән алдырһа ла, үҙенсәлекле колоритты бирә алмаясаҡ ул. Беҙҙең бейеүҙәргә мең йыллыҡтар төпкөлөнән килгән ҙур тарих һалынған. Бейеү теле менән әйтелгән фекер йөрәктәргә барып етә, күңелгә ята. Халҡыбыҙ бейеүҙәре – мәңгелек моң, һүнмәҫ илһам, ҡайнар дәрт сығанағы ул.

– Бейеү сәнғәте күп көс талап иткән һөнәрҙер?..

– Бейеүҙе яратһаң ғына эшләп булалыр, тип уйлайым. Бейеүҙе үҙ итмәгәндәр беҙҙә оҙаҡ тотҡарланмай. Хәрби хеҙмәттән һуң Мәскәү мәҙәниәт институтында белемемде камиллаштырҙым. Башҡортостандан утыҙ биш кеше биш йыл уҡып ҡайттыҡ.

– Аңлауымса, әрмелә лә бейеүҙән айырылмағанһың?

– Йыл ярым Волга буйы хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт иттем. Әле был коллективты, үкенескә күрә, Урал округы бейеү һәм йыр ансамбле менән берләштереп, Екатеринбургҡа күсерҙеләр. Тимәк, бейеүсе егеттәр бөгөн ошонда хеҙмәт итә ала. Минең менән нәҡ шулай булды: 1993 йылда Һамарға конкурсҡа барған cаҡта, әрмегә ваҡыт етеп килә, тип, ансамблдең етәксеһе Анатолий Михайлович Хохлов менән осраштым. Мәғлүмәттәремде ҡалдыр­ҙым. Һуңынан ансамблдән беҙҙең военкоматҡа үтенеснамә ебәрҙеләр. Бейеүҙе өҙмәү беҙҙең һөнәр кешеләре өсөн бик ҡулай. Сөнки бейемәһәң, оҫталыҡ онотола. Әрмелә өйрәнеп ҡайт­ҡан бейеүҙәрҙең барыһын да техникум студенттарына өйрәттем.

– Ғаиләң менән дә таныштыр­һаңсы?..

– ҡатыным Гүзәл – эшемдә төп таяныс. Ул һөнәре буйынса уҡытыу­сы булһа ла, мәғариф системаһында эшләмәне. Театрға костюмер булып урынлашты ла, ошонда ҡалды. Ике бала үҫтерәбеҙ. Улым Раушан – һигеҙенсе, ҡыҙым Гөлназ беренсе синыфта уҡый. Улым музыка мәктәбенә йөрөй, баянда, гитарала уйнай. Бәләкәйҙән беҙҙең репертуар­ҙағы бөтөн бейеүҙәрҙе белһә лә, нишләптер бейеүгә барғыһы килмәне. ҡыҙым ҡалабыҙҙағы «Антре» бейеү коллективында шөғөлләнә.

Бейеүҙән башҡа йәнә бер шөғөлөм бар. Филармония базаһында уҡ сәхнә өсөн ситектәр, туфлиҙар, балеткалар тегеү буйынса оҫтахана астым. Әлеге шөғөлдө етәкселәребеҙ ҙә бик хуплай. Эште башлаған саҡта колодкалар, тегеү машиналары менән ярҙам иттеләр.

– Тауарҙарығыҙға ихтыяж ҙурмы?

– Бик кәрәкле тауар. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ситектәрҙе бейеүсе генә килештереп тегә алалыр. Бының өсөн махсус уҡып сығыу, ательела эшләп тәжрибә туплау ғына аҙ. Беҙ, йәғни мин, ҡатыным һәм йәнә өс егет был шөғөл менән ике йыл булышабыҙ. Филармонияларға, ан­самбл­дәргә заказ буйынса тегәбеҙ. Әйтәйек, бөгөн Сибай филармонияһының бейеү коллективы, Ишембай райо­нының «Берғамыт» ансамбле бейеүселәренең аяғында – беҙ теккән ситектәр. ҡаҙан коллективтарынан, Санкт-Петербург, Мәскәү, Стәрлета­маҡ студенттарынан, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан да заказдар йыш була.

– Шулай ҙа был эшкә тотонорға нимә этәрҙе?

– Әйтеүе ҡыйын. Дөрөҫөрәге, бер ҙә хәтерләмәйем... Тәүҙә үҙебеҙҙекеләр өсөн генә тегә башлағайныҡ. Был өлкәләге оҫталарҙан дәрестәр алдым. Материалдарҙы Киров, Ярославль өлкәһенән алабыҙ. ҡыҙыҡһы­ны­уым буйынса Мәскәүҙә ойошторолған күргәҙмәләргә йөрөргә тырышам. Моделдәрен үҙем эшләйем. Әле беҙ ҡәҙимге камиллашҡан, сәхнә аяҡ кейемдәрен өс тулылыҡта теккән оҫтахана иҫәпләнәбеҙ.

– Бейеүсе булараҡ, ниндәй проблема күңелеңде борсой?

– Башҡорт бейеүе – халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы. Мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау, халҡыбыҙҙың аҫыл бейеүҙәрен быуындан-быуынға тапшырыу төп бурысыбыҙ булырға тейеш. Был йәһәттән тарихи бейеүҙәргә йән өрөп халыҡҡа ҡайтарған ижадсыларға рәхмәт әйтке килә. Бейеү сәнғәтендә талантлы балет­мейстер­ҙар күп түгел. Улар хатта һанаулы ғына. Үҙ йүнәлештәре, үҙ ҡараштары булған бейеү оҫталарының күберәк булыуын теләйем. Ә булғандарына үҙ мәлендә ярҙам итеп, ижади шарттар булдырып, һәләттәрен, мөмкинлектәрен үҫтерергә кәрәк.

Бейеүселәрҙең эш хаҡы ла бик түбән. Мин «ҡасан да булһа, сәхнә кешеләренә хас фанатизм бөтөп ҡуйыр» тип ҡурҡам. Беҙ гастролдәр менән Грецияла, Бельгияла, Голландияла, Төркиәлә булдыҡ, уларҙың тормошо, сәнғәте хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Уйымса, уларҙың сәнғәте ныҡ артта ҡалған. Сәнғәттәрен аҡса ярҙамында тоталар. Беҙҙә иһә, шөкөр, ғорурланырлыҡ миҫалдар күп. Һәр ауылда бейейҙәр, мәшһүр башҡарыусылар ҙа етерлек. Ошо ҡиммәттәрҙе юғалтмай һаҡларға, сәнғәткә йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә, ҡыҙыҡтырырға кәрәк, тип уйлайым.

– Кешенең бейеүендә тотош фәлсәфә ята, темперамент сағыла, тип әйтеүҙәре дөрөҫмө?

– Ул бейеүсенән дә тора. Бына, мәҫәлән, мин бейеүҙә балетмейстерҙың характерын бирергә тырышам. Бейеү ҡуйыусы үҙенең талантын өйрәтә, ә һин уны тамашасыға еткерәһең. Кем нисек аңлай һәм ҡабул итәлер инде. Кемдәргәлер тыныс, икенселәргә ялҡынлы, дәртле бейеүҙәр оҡшай. Йәнә лә тамашасы артисты үҙ кимәлендә күрергә теләй. Һәр кем үҙ зауығынан сығып ҡабул итә. Күңелемә Йәнғәле Вахитов, Йәүҙәт Бикбирҙин, Хәлил Ишбирҙин, Риф Ғәбитов, Рифҡәт Саттаровтарҙың бейеүҙәре яҡын. Уларҙың ижады һис кенә лә бер-береһен ҡабатламай. Һуңғы йылдарҙа Сулпан Асҡарова ла уңышлы ғына ижад итә.

Бейеүҙән тыш, ҡыуаныс кисерһәм дә, күңелһеҙләнһәм дә ҡулыма баян алам, пианинола уйнайым. Мәжлестәрҙә булғанда бейеүгә төшөүселәрҙе күҙәтергә яратам. Ә бейеү һала торған оҫталығым юҡ.

– Стәрлетамаҡ бейеү театры сығышы тамашасыны һис ялҡытмай. Бының сере ниҙә?

– Төп сере бейеүгә һалынған хискә һәм энергетикаға бәйлелер, моғайын. Беҙҙең менән гел юғары профессиональ оҫталар эшләне. Әлеге етәксебеҙ – Башҡор­тостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов артистарға бик талапсан. Уның юғары мәҙәниәтле булыуы, артисҡа һис ҡасан да тауыш күтәрмәүе һоҡландыра.

– Бейеү арыта, аяҡты бөтөрә, тиҙәр...

– Буш һүҙ. Даими шөғөлләнһәң, һәр саҡ үҙеңде формала тотһаң, һығылмалы булһаң, проблема юҡ. Бейеү арытмай, көтөү генә талсыҡтырыуы мөмкин. Сәхнәгә сығып, киреһенсә, энергия алаһың. 2006 йылда баш ҡалала үткән биатлон буйынса чемпионат еңеүселәрен ҡотлап, Ленин майҙанында сығыш яһаныҡ. Кавказ халҡы бейеүен башҡар­ғанда аяҡтың һеңере өҙөлдө. Бер йыл бейей алманым, тромбылар килеп сыҡты. Халыҡ медицинаһы буйынса ҡатыным дауалап аяҡҡа баҫтырҙы. Бүтән бейеүселәр кеүек үк, барыбер бейеүгә кире ҡайттым.

– Ялдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?

– Йәй ауылға ҡайтып, бесән сабабыҙ, гастролдәргә сығабыҙ. Юл төшкәндә, автобусҡа тейәлеп, хет, егерме кеше килеп төшһөн, һәр беребеҙҙең тыуған йортонда ашын бешереп, мунса яғып көтөп торалар. Коллектив менән бер ғаилә булып йәшәйбеҙ, тимәксемен.

– Һинеңсә, тормош матурмы?

– Тормош бик матур, йәшәүе ҡыҙыҡ. Кемдер, кеше донъяны үҙгәртә алмай, үҙеңде үҙгәртеп кенә донъяға матур биҙәктәр өҫтәй алаһың, тигән бит. Шуның кеүек тормошҡа зарланып йәшәүҙән файҙа юҡ. Үҙ көсөңә ышаныр­ға, матур йәшәргә ынтылырға кәрәк. Бер нәмәне оноторға ярамай: кем яманлыҡ эҙләй – насарҙы таба, яҡшылыҡты күрә белгән – матурлыҡҡа ирешә. Был, ысынлап та, шулай. Яратҡан эшем, өҙөлөп торған ғаиләм бар, атай-әсәйем иҫән-һау. Минең өсөн иң ҙур бәхет шул. 19 мартта филармонияла ижади кисәмде үткәрергә ниәтләнәбеҙ. Был көн дә, моғайын, матур кисерештәргә бай бейеү байрамы булып иҫтә ҡалыр, тип өмөтләнәм.


Рәйлә КҮСЕМХАНОВА әңгәмәләште.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
Читайте нас: