Әммә тормошта бөтөнләй икенсе хәлдәргә тап булаһың. Матур, аҡыллы, егәрле ҡатындарҙың тәү ҡарамаҡҡа ғаилә көсләүенә (семейное насилие) эләккәне күҙгә бәрелмәй. Ипле прическа, төҫ-ҡиәфәтенә лә бәйләнерлек түгел. Улар һәр бер һүҙен үлсәп кенә әйтә, бер сәбәпһеҙгә тирә-яҡҡа күҙ йүгертә, ҡулдарын, бармаҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй – әлбиттә, психологтың күҙ уңынан был хәрәкәттәр юғалмай. Һәм ошо арала тап ошондай мөрәжәғәттәр булыуын иҫәпкә алып, ғаилә тираны менән йәшәгән ҡатындарҙың бөтәһенә лә шуны еткергем килә: туҡмай, тимәк, һеҙҙе яратмай, хөрмәт итмәй һәм ул, әгәр ҙә үҙенең теләге булмаһа, үҙгәрмәйәсәк. “Көсләү” ҡапыл йәиһә көтмәгәндә башланмай. Уның этаптары бар. Иғтибар менән танышығыҙ.
1. Ваҡытында күрә белегеҙ.
Беренсе этап. Ир яғынан нигеҙһеҙ тәнҡит башлана. Кәүҙәгә, ҡиәфәткә, прическаға, кейемгә, аш-һыуға, туғандарға бәйләнеүҙәр. Нисек бешерәһең, кем менән аралашаһың, ниндәй китап уҡыйһың, ниндәй фильм ҡарайһың һәм башҡа, һәм башҡа мауығыуҙар, йәшәү рәүеше – барыһы ла уның “уҡтары” аҫтына эләгә.
Икенсе этап. Иҫкәртеүҙәрҙән тыйыуға күсеү. Йышыраҡ “ярамай”, “йөрөмә”, “барма”, “ҡарама”, “эшең булмаһын”, “ҡыҫылма” тигән ҡәтғи һүҙҙәр ишетелә башлай. Ирҙең иң төп бурысы – ҡатынын өйҙән сығармау.
Өсөнсө этап. Һүҙҙән – эшкә. Был этапта физик көс ҡулланыла башлай. Ҡул-аяҡ күтәреү систематик йәки һирәк ҡулланылған “тәрбиә” ысулына әйләнә.
Хәлде ҡул күтәреүгә тиклем алып барып еткермәгеҙ! Был – һеҙҙең ҡулда.
2. “Ул шулай мине, ғаиләне ҡайғырта”. Тик туҡмау, йәғни ҡатынына ҡарата физик көс ҡулланыу ғына тиранлыҡты күрһәтә тип уйлау – яңылышыу. Физик “көсләү”ҙән тыш, “мораль көсләү” тигән ысулды ла тирандар уңышлы ҡуллана. Тәнҡитләү, мыҫҡыллау, кәмһетеү, йәберләү, тыйыуҙарға экономик яҡтан ҡыҫыу ҙа ҡушыла (аҡса тик ир ҡулында, ҡатынын эшләтмәй), енси “көсләү” һәм ҡатынға гел янап, ҡурҡытып тороу. Иң ғәжәпләндергәне – ҡайһы бер ҡатындар ирҙәренең был ҡылығын “ғаилә тураһында ҡайғыртыу” тип ҡабул итә: “Минең һаулығымды ҡайғыртҡанға күрә эшләүҙән тыя, йыш шылтыратыуы мине сикһеҙ яратыуынан, юғалтырға ҡурҡа, ныҡ ярата, шуға ла ҡыҙғана һ.б.”. Был –яңылышыу. Әгәр ҙә ир һеҙҙең фекерегеҙ менән килешмәй, гел генә тәнҡитләй икән, ул һеҙҙе үҙенә буйһондорорға маташа.
3. “Һоро сысҡандар” ғына был хәлгә дусар. Ғаилә “көсләүе”нән бер кем, бер ниндәй ҡатын-ҡыҙ араланмаған. Тиран һәр бер ҡатынға “үҙ урыны”н табасаҡ. Улар һылыу, билдәле, бөйөк, сағыу ҡатындарҙы ла “бөгә” ала. Был урында Рәсәй “йондоҙҙары” Жасмин, Валерия кеүек йырсыларҙың яҙмышын иҫкә төшөрөү ҙә етә.
4. “Ул үҙгәрәсәк”. Ошо тәғлимәткә ҡатындар сикһеҙ ышана. Улар беренсегә ғәфү итә, икенсегә кисерә, бишенсегә, йөҙ ҙә беренсегә... Күҙ йәштәрен түгеп, ихласлап, тубыҡланып тороп ғәфү үтенгән, башҡаса бармаҡ менән дә сиртмәйем, тип анттар иткән яратҡан йәреңә нисек кенә ышанмаҫҡа мөмкин һуң?! Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге түҙмәй һәм бына улар тағы ла татыу ғаилә. Артабан “баллы ай” – был осорҙа ир үҙен идеаль тота. Әммә хәл барыбер ҡабатлана. Тағы күҙ йәштәре, инәлеү, ғәфү үтенеү... Тағы ҡул күтәреү... Артабан ҡатын, әлбиттә, иренең һүҙҙәренә тамсы ла ышанмай! Уны тик туҡмалыуҙан һуң булған “идиллия” ылыҡтыра, һағындыра – шуның өсөн артабан да түҙергә әҙер.
Һәм ошо ҡапҡан ғүмер буйына һуҙыласаҡ. Тиран, әгәр ҙә теләге булһа, үҙгәрә ала – был турала һеҙ белергә тейешһегеҙ! Әгәр ҙә ир ҡатынға бер тапҡыр ҡул күтәрә икән, был хәл ҡабатланасаҡ. Иң ҡурҡынысы – күп ваҡыт ошо хәл ҡатын, балалар һәм ир өсөн дә фажиғәле тамамлана. Матбуғат, телевидение аша беҙ был турала хәбәрҙарбыҙ.
Кәңәш. Кәрәкле документтарығыҙ ҡул аҫтында булһын; “көсләү”ҙең беренсе күренешенән үк кризис үҙәктәренә шылтыратырға, юристар, психологтар менән кәңәшләшергә кәрәк; туғандар, дуҫтар араһынан үҙеңә яҡлаусы табыу мөһим.
Зинһар, шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ, хөрмәтле ханымдар, “Түҙгәнгә – түш” тигән мәҡәл был хәлгә бөтөнләй ҙә ҡағылмай! Үҙегеҙҙе, тимәк, балаларығыҙҙың әсәһен, ҡотҡарыу юлын эҙләгеҙ. Бар улар...Йәшлек гәзитенән.