Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2019, 08:40

Буйҙы үҙгәртеп буламы-юҡмы

Ҡыҫҡа буйлылар оҙондарға ҡарап ҡыҙыға, буйға оҙондар иһә башҡаларҙан бер башҡа ҙур булыуынан ҡыйынһына. Эйе, һәр кемгә үҙенең кәүҙәһендә нимәлер оҡшап етмәй кеүек. Көслө зат вәкилдәре генә бәләкәй булыуына ҡыйынһынамы тиһәк, ҡыҙҙар ҙа оҙонораҡ булырға хыяллана икән. Өҫтәүенә, элегерәк бәләкәй буйлы ҡыҙҙар ыҡсым да, матур ҙа күренһә, хәҙер оҙон аяҡлылар модала. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ матурлығы, әммә быны баһалау һәләте олоғайғас ҡына килә.

Ҡыҫҡа буйлы ҡыҙҙар файҙаһына бик күп миҫал килтерергә мөмкин. Улар, ғәҙәттә, ир-егеттәрҙә һаҡ­лау, яҡлау тойғоһо уята. Өҫтәүенә, бәләкәй буйлы һылыуҙарға пар табыуы ла еңелерәк. Өлкән йәштә лә үҙ-үҙен ҡарап йөрөһә, ундайҙар һәр саҡ йәш күренә.


Әйткәндәй, 16 йәштә буйға бәләкәй булыу әле бер нәмә лә аңлатмай. Сөнки 20 йәшкә тиклем үҫеү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, нәҫелдән килгәнгә күрә, кәүҙә оҙонлоғон үҙгәртеп булмай, тигән фекер ҙә дөрөҫ түгел. Кешенең буйға үҫмәүенең төп сәбәбе гормондар системаһындағы үҙгәрештәргә бәйле булыуы иҫбатланған. Кешегә нәҫел буйынса сантиметрҙар түгел, ә үҫеш өсөн яуап биреүсе эске секреция биҙҙәрендәге дисбаланс бирелә. Йәғни бәләкәй буй – гормондар боҙолоуы. Уны иһә үҙгәртеп, төҙәтеп була. Бының менән енси өлгөргәнлеккә тиклем шөғөлләнеү яҡшыраҡ. Һуң­лаһаң, һөҙөмтәгә ирешеүе ҡыйыныраҡ. Тәжрибәле эндокринолог дарыуҙар менән дауалауҙың иң ҡулай ысулын тәҡдим итә ала. Бында үҙаллы дауаланыу мөмкин түгел, сөнки ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенә юғары профессионал ғына “тығыла” ала.


Һөйәктәрҙе үҫтереү буйынса операциялар ҙа эшләнә. Әммә улар бер яҡтан ҡыйбатлы булһа, икенсенән, көслө ауыртыныу тыуҙыра. Шуға күрә операция эшләтер алдынан Генрих Гейненың “Мин белгән берҙән-бер матурлыҡ – ул сәләмәтлек” тигән һүҙҙәрен онотмағыҙ. Һәм тағы ла бер аҡыллы фекер – “Иң яҡшы операция – эшләнмәгәне”. Шуға күрә операция эшләтер алдынан мең тапҡыр уйла­ғыҙ: кәрәкме ул һеҙгә, юҡмы?


Күнегеүҙәр ярҙамында буйҙы үҫтереү – һәр кемдең ҡулынан килгән һәм хәүефһеҙ ысул. Трена­жер­ҙарҙа, турниктарҙа, гимнас­тика снарядтарында махсус күнекмәләр уйлап табылған. Айырыуса был ысулдар 20 йәшкә тиклем һөҙөмтәле, әммә олораҡ йәштә лә эшләргә мөмкин.


Үҫмерҙәр өсөн күнегеүҙәр



1. Тура торған килеш аяҡ осона баҫырға һәм бер үк ваҡытта ҡулдарҙы турайтып, баш өҫтөнә күтәрергә. Тартылырға һәм тын алырға. Ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйеп, кире элекке хәлгә ҡайтырға, тынды сығарырға.

2. Гимнастика таҡта­һының арҡыры һайғауына, аяҡ менән ергә теймәй, 15 минут аҫылынып торорға.

3. Эс менән таҡтаға ятырға, ҡулдарҙы тыш яғы менән баш осона күтәрергә, тын алырға. Ҡулдарҙы аҫҡа төшөрөргә, тынды сыға­рырға. Күнегеүҙе 3 – 4 тап­ҡыр ҡабатларға.


Читайте нас: